Бәлә килде – бала үлде яҡын ауылда.
Ауыл түгел, бар ил сумды тәрән ҡайғыға!
Әсәкәйгә сабырлыҡтар яуһын Аллаһтан!
Бәйһеҙ эттәр өйөрөнән улы таланған!
Ҡурҡыныс хәл булған, тиҙәр, урам буйында,
Алыҫлашҡас өйҙән сабый, әүрәп уйынға.
Балаҡайҙың эргәһендә бер кем булмаған.
Меҫкен йәнен бер кем һаҡлап ҡала алмаған.
Кем ғәйепле?! Кеше хәҙер көн-төн даулаша.
Даулашҡанда, кеше уҫал эттәй талаша.
Берәү әйтә: «Әсә кеше ҡайҙа ҡараған?!
Мөһимерәк булған микән эше баланан?!»
Икенсеһе уның менән инә бәхәскә:
«Ҡағылмағыҙ бинахаҡтан зарлы әсәгә!
Ауыл ере ҡала түгел! Шуны аңлағыҙ!
Беҙҙең кеүек, ауылса һеҙ йәшәп ҡарағыҙ!»
«Берәҙәк эт үрсегәндән-үрсей ауылда!
Күптән ваҡыт барыһын да тотоп атырға!
Ниңә сыҡмай ҡулға ҡорал алып егеттәр?!» –
Һөрән һала арабыҙҙа шулай бик күптәр.
Һүҙ ҡыҙғандан-ҡыҙа: «Рөхсәт бармы атырға?!
Закон бөгөн кеше түгел, эттәр яғында!
Ҡырҙа тыуған эт көсөгө үҫә йыртҡыстай!
Эт ҡурсаулы! Балаларҙы кемдәр ҡурсалай?!»
Шул һүҙҙәргә ҡушылалар йәнә байтаҡтар:
«Тынмаҫ ине элек ауылдарҙа мылтыҡтар!
Аңғармай ҙа ҡалыр ине эттең хужаһы!
Тәртип булды! Шуға күрә бәлә сыҡманы!
Бөгөн нимә?! Әрәм булһа бер эт ғүмере,
Янъял ҡуба! Кеше түгел, эте ҡәҙерле!
Йәш ғаилә йорто бына ҡалды сабыйһыҙ!
Йәнлектәрҙе яҡлаусылар! Ниңә шымдығыҙ?!»
Хуплау табып, тағы шундай фекер өҫтәлә:
«Өҫтөбөҙгә депутаттар михнәт төшөрә!
Үҙгәртергә кәрәк ҡәһәр һуҡҡан законын!
Эттәр түгел, ә кешеләр күрһен файҙаһын!»
Бәлә шунда: «Вайымһыҙҙыр беҙҙең йөрәктәр! –
Был ҡарашты яңғырата үтә һирәктәр! –
Сәбәп эҙләп маташабыҙ гел дә бүтәндән!
Илдең тәүге түрәһенән, һуңғы этенән!
Аҫрау эттәр көнө-төнө бәйһеҙ йөрөйҙәр!
Нисек улар үрсемәһен, туплап өйөрҙәр?!
Үҙ-үҙендә тәртип ҡорһон һәр йорт хужаһы!..
Һанай китһәң, төпкә төшөп, сикһеҙ ыҙаһы:
Арабыҙҙа ике аяҡлы эттәр үрсейҙәр!
Бар ни, юҡ ни улар өсөн башҡа ғүмерҙәр!
Көсөк кенә түгел, һанһыҙ бәпес – берәҙәк!
Ҡайҙа әйләнеп ҡарама һин – золом-енәйәт!..»
Шул арала бер ғәйепле исем табылды!
Имеш, бәлә сығарыусы – ауыл башлығы!
Ваҡытында күрмәгән ул, имеш, сараһын!
Үтәмәгән, йәнәһе, ул халыҡ һорауын!
Сығарғанға йүнһеҙ хужа этен урамға,
Кеше зарын ишетмәмеш заттар булғанға,
Тотҡонлоҡта хәҙер уға яфа сигергә!
Вайымһыҙҙар өсөн уға яуап бирергә!
Күңелдәрҙе ярып үтте ил-йорт хәбәре! –
Иҫкә төштө Ғафуриҙың үткер мәҫәле!
Кем ашаған унда һунарсының һарығын?!
Бүре, айыу, төлкө түгел! Ҡуян, бахырың!
Хаҡ булырбыҙ, әйтһәк инде ошо урында:
Закон бөгөн кеше түгел, эттәр яғында!
Эттәр ҡабат этлек ҡылды һәм күҙ буяны!
Юғарыға отчет биреп, еңел һуланы!
Шулай ҡоролған шул илебеҙҙә эш рәте:
Кешенең дә, этенең дә бөтмәй хәсрәте!
Бәйетемде көйлә-көйләй, көйәм, хурланам!
Уйым менән бүлешергә ҡат-ҡат уҡталам!
Хәл үҙгәрер, тиҙәр, ҡыйһаҡ эттең ғүмерен!
Ҡан-ҡәрҙәштән шуны ишетеп, һыҡрай бәғерем!
Тере йәнгә бер аҙ мәрхәмәтле булһаҡсы!
Алға киткән сит илдәрҙән үрнәк алһаҡсы!
Һәр бер эттең унда үҙ хужаһы, йорто бар!
Этте ташлап ҡалдырыуҙы ҡаты тыялар!
Йәберләмәй, тиң ҡарайҙар унда эттәргә!
Эт һәм кеше, бәхет татып, бергә көн күрә!
Беҙҙең көндәр үтер һаман, үтер ырамай,
Хайуандан да беҙ әгәр булһаҡ ҡырағай!
Хәтерләйем Махатма Ганди әйткән һүҙҙәрҙе!
Шул һүҙҙәрҙе белһә икән башҡорт йәштәре:
«Бөйөклөгөн һынар булһаң, бағып милләткә,
Һына тәүҙә - милләт нисек ҡарай йәнлеккә!»
Ошо юлдар менән тамам булыр бәйетем!
Аңларға иртәме, һуңмы Ганди әйткәнен?!.