Яйыҡ
+15 °С
Облачно
Новости
27 Апреля 2021, 11:10

Оноторға мөмкин түгел

26 апрель Хәрби Дан аллеяһында Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар.

26 апрель Хәрби Дан аллеяһында Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар. Чернобыль-күптәрҙең йөрәгендә уйылып ҡалған һәм ҡара эҙ ҡалдырған фажиғә. 1986 йылда Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында шартлау яңғырай. Тирә-йүнгә үлемесле радиация таралып, кеше һаулығына, бөтә тереклеккә ҙур зыян килтерә. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә республиканан ғына меңәрләгән кеше ҡатанаша, шул иҫәптән Учалынан - 106 кеше. Бөгөнгө көндә ҡала-районыбыҙҙа 45 ликвидатор йәшәй.
Читайте нас