Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
27 Апреля 2021, 06:45

Тағы ла хаҡ өҫтәлде

Аҙыҡ-түлек кәрзиненә тағы ла хаҡ өҫтәлде.

Башстат хәбәр итеүенсә, аҙыҡ-түлек кәрзиненә тағы ла хаҡ өҫтәлгән. Иң күбе ҡыяр ҡиммәтләнгән - 11,5 процентҡа. Хәҙер ҡыяр ашайым тиһәң килограмына уртаса 116 һум сығарып һалырға тура килә. Икенсе урында вермишель килә - 4,3 процентҡа артҡан һәм килограмы уртаса 66,5 һум тора. Картуфҡа ла хаҡ өҫтәлгән. Хәҙер ул 39 һумдан да кәм тормай (хаҡы 3,4 проценҡа үҫкән).
Бынан тыш, йомортҡаға, маргаринға, яңы кәбеҫтәгә, кишергә, һарыҡ итенә, һөткә, сусҡа итенә, тарыға, ҡарабойҙайға, карамельға, туң балыҡҡа, тауыҡ итенә, бешкән колбасаға, тоҙға, алмаға, шоколадҡа, көнбағыш һәм аҡ майҙарға, һыйыр итенә, яңы помидорға, ит консерваларына, балалар аҙығы өсөн емеш-еләк консеваларына, балалар өсөн ҡоро һөт ҡушылмаларына 0,1-3,3 процетҡа хаҡ артҡан, тигән мәғлүмәт бирә Башстат.
https://ufa-town.ru/economy/14842-v-bashkirii-opyat-vyrosla-cena-produktovoj-korziny/ мәғлүәмттәре буйынса
Читайте нас