Учалы район суды Мейәс ҡалаһында йәшәгән ҡатынға 25 мең һум штраф һалды.
Башта ул, мине фәлән-фәлән кешеләр таланы, тип үҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән була. Учалы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәл-шарттарҙы асыҡлағанда, ялған мәғлүмәттәр биреүен асыҡлай. Ялған яла яҡҡан өсөн үҙенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Учалы район судынан белдереүҙәренсә, был гражданка ғәйебен тулыһынса таныған, суд ҡарары законлы көсөнә ингән.