3 май, Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнөндә, бөтә республика буйынса зыяраттарҙы төҙөкләндереү буйынса өмәләр үтте. Учалылар ҙа был изге эштә әүҙем ҡатнашты. 1000-дән ашыу яҡташыбыҙ 68 зыяратты тәртипкә килтерҙе. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәберҙәре лә тәртипкә килтерелде.