Статистикаға иғтибар итмәйенсә төҫмөрләгәндә лә, тирә-йүндә үлемдәр күбәйә башланы буғай. ТАСС агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йыл менән сағыштырғанда 2020 йыл Рәсәйҙә үлемдәр 17,9 процентҡа артып, 2 миллион 124 мең 500 кешегә еткән. 2019 йыл һәр мең кешегә мәрхүмдәр 12,3 булһа, былтырғы күрһәткес – 14,5. Бик ҙур өлөштә пандемия ғәйепле инде. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса илебеҙҙә 4,7 миллион кеше коронавирус йоҡтора, 110 мең тирәһе кеше ошо сәбәпле һәләк булған бөгөнгө көнгә. Был бәләне үҙ башында кисергән кешенең һүҙенә, зинһар, ҡолаҡ һалығыҙ: сырхай башлау менән ПЦР анализы үткәрелеп, коронавирус үҙ ваҡытында асыҡлана икән, икенсе көнөнә үк табиптар бушлайға көслө дарыуҙарҙы өйгә килтерәсәк, ныҡ ярҙам итә. Төп ҡурҡыныс – сир аҙыуға юл ҡуйылыу.... Вакцинация хәлде тамырҙан үҙгәртер, тип тә көтәйек. Ярар, тыуыуҙан ҡалмағас, үлеүҙән дә бер кем ҡалмай инде, тормоштоң, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, Хоҙай күпме бирә, тап шул тиклем йәшәйәсәкбеҙ!
Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, тарих дәреслектәренә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергәйне – “....Сталинград алышы турһында йүнләп яҙылмаған дәреслектәр тураһында ни әйтергә лә белмәйем!” Мәғариф министрлығы йәһәт кенә ниндәй китап тураһында һүҙ барыуын асыҡланы. 2013 йыл Мәскәү өлкә дәүләт университеты профессоры Олег Волобуев редакторлығында нәшер ителгән, колледж студенттарын уҡытҡанда файҙаланыла. Автор аңлатма бирҙе: Сталинград алышы менән мәктәп уҡыусылары урта синыфтарҙа ентекләп таныша, ә был дәреслектә алдан үткәнде ҡабатлау өсөн генә бирелә. Ысын булһа, профессорҙың бер интервьюла “...дәреслектәрҙең эстәлеге – император, башҡа монарх, король һәм башҡаларҙың эше түгелдер, тип уйлайым”, - тигән хәбәре лә килтерелә. Әллә инде, “Үткәнгә пистолеттан атҡандарға киләсәк пушканан атасаҡ” әйтеме юҡтан килеп сыҡмаған. Бер тапҡыр ауыҙ бешерҙек инде! Тап бөгөнгө көндә тарихҡа ниндәй баһа биреүебеҙҙән киләсәгебеҙ билдәләнә. Заман американдары фәҡәт АҠШ Гитлерҙы еңеүенә үҙҙәре лә ышана башлаған, ти... Күп һүҙ сурытып тормайыҡ, фашистарҙың капитуляция актында беренсе булып Ҡыҙыл Армия командованиеһы, һуңынан ғына союздаш экспедицион көстәр күрһәтелгән – фашист юлбашсылары кем алдында ҡул күтәргәндәрен бик яҡшы белгәндәр!
Аңлатырға ла кәрәкмәйҙер – рәсми осрашыуҙар алдан раҫланған протокол (тәртип) буйынса бара. Бына яңыраҡ Төркиә президенты Тайып Эрдоган Евросовет башлығы Шарль Мишель менән осраштылар, ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләштеләр, фото төштөләр. Ошо мәл үҙҙәре янында ултыртмай, ситтәрәк урын биргәндәре өсөн Еврокомиссия башлығы Урсула фон дер Ляйнен ныҡ ғәрләнгән. Ҡайтҡас, иң юғары трибуналарҙан “Мин ҡатын булғас шулай кәмһетелдем!”- тип бөтә донъяға яр һалды. Ғәжәп. Германия оборона министры вазифаһын биләгәндә бер ҙә көсһөҙ зат икәнлеген иҫкә алмай, Рәсәй менән көс позицияһынан һөйләшергә өндәй ине! Мин-минлегенә баш була алмай икән, дипломатия даирәһенән ары йөрөһөн, илселәр ауыҙ тулы ҡан булғанда ла төкөрмәйҙәр. Ә өсәнсәнән, донъяла пандемия, сәйәси һәм иҡтисади көрсөктәр ҡоторған мәлдә ниндәйҙер ханымдың арт яғына урын табылғанмы-юҡмы - етди сәйәсмәндәр өсөн ваҡ мәсьәлә.
Италияның Катандзаро ҡалаһы дауаханаһында бер хеҙмәткәр һуңғы 15 йылда бөтөнләй эшкә сыҡмайынса даими рәүештә эш хаҡы алып ятыуы асыҡланды. Башта, минең прогулдарға бәйләнмә, тип баш табипты нисектер ҡурҡытып алған булһа, аҙағынан, етәкселек алмашынғас, уның турала хатта белмәйҙәр ҙә. Әле 67 йәше тулған Сальваторе Скумаче ошо рәүештә 650 мең долларға бәрәбәр сумманы үҙләштерә. Беҙҙең аҡсаға 48 759 750 һум! Италия медицинаһында түләүҙәр яҡшы икән, иҫәпләп ҡараныҡ -ҡыл да ҡыбырлатмаған әҙәмгә айына 270 887 һум 50 тин килеп сыҡты!
Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков 27 апрелдә оператив кәңәшмәлә кадрҙар үҙгәреше тураһында хәбәр итте. Башҡаһынан тыш, Винер Әлибаевтың мэрияның контроль идаралығы начальнигы вазифаһын биләүе билдәле булды. Заманында (2004 йылдан) ул Учалы районы һәм Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып эшләгәйне.
Мәскәүҙәге “Балалар донъяһы” магазины 1957 йыл асыла, бөтә Советтар Союзында сабыйҙар өсөн иң ҙур сауҙа нөктәһенә әйләнә. Бинаһы бик күркәм һәм үҙенсәлекле булғас, регион кимәлендә мәҙәни ҡомартҡы объекты тип тә таныла. Тик заманалар үҙгәрҙе шул – комплекс хужалары профилде үҙгәртергә йыйына, аҡсалыраҡ халыҡ төркөмдәрен йәлеп итеү өҫтөндә эш бара, тип хәбәр ителде. Эйе, ҡурсаҡ-самокаттарға ҡарағанда зиннәтле коньяк-алтын биҙәүестәр менән сауҙа итеү күпкә отошлораҡтыр!