Яйыҡ
+17 °С
Дождь
Новости
5 Мая 2021, 11:35

Килер бер көн…

Юҡ-бар өсөн генә үпкәләшеп,Әрәм үткәрәбеҙ ғүмерҙе,Оноторға, кисерергә бирмәй,Тоҡандырып һүнгән күмерҙе.Түкмәй-сәсмәй үпкә-рәнйештәрҙе,Ҡәҙерле мал кеүек һаҡлайбыҙ,Үҙебеҙҙе һәр саҡ аҡлайбыҙ,Ғәйеп-хатабыҙҙы яҡлайбыҙ.…Килер бер көн: бөтә үпкәләреңХәтереңдән төшөр юйылып,Иҫкә төшөр бөтә изгелегем,Һәм тормаҫһың ул саҡ тыйылып:Күҙ йәшеңде түгеп, үкенерһең,Хата-яңылышыңды аңларһың,Ергә тубыҡланып, йәш түгерһең…Намыҫыңды нисек алдарһың?Мин үлгәс…Фирүзә Абдуллина.

Юҡ-бар өсөн генә үпкәләшеп,
Әрәм үткәрәбеҙ ғүмерҙе,
Оноторға, кисерергә бирмәй,
Тоҡандырып һүнгән күмерҙе.

Түкмәй-сәсмәй үпкә-рәнйештәрҙе,
Ҡәҙерле мал кеүек һаҡлайбыҙ,
Үҙебеҙҙе һәр саҡ аҡлайбыҙ,
Ғәйеп-хатабыҙҙы яҡлайбыҙ.

…Килер бер көн: бөтә үпкәләрең
Хәтереңдән төшөр юйылып,
Иҫкә төшөр бөтә изгелегем,
Һәм тормаҫһың ул саҡ тыйылып:

Күҙ йәшеңде түгеп, үкенерһең,
Хата-яңылышыңды аңларһың,
Ергә тубыҡланып, йәш түгерһең…
Намыҫыңды нисек алдарһың?
Мин үлгәс…

Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас