Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
5 Мая 2021, 05:55

Тарихҡа торошло ғүмер

Учалы ҡалаһында йәшәүсе Райхана Вәлиәхмәт ҡыҙы Байдәүләтова йыл һайын май айында ике ҡыуаныслы ваҡиға кисерә - Бөйөк Еңеү көнөн һәм үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Быйыл уға, Аллаһ бойорһа, 15 майҙа 94 йәш тула. Райхана Вәлиәхмәт ҡыҙының тормош юлы, ысын мәғәнәһендә, тарих. Туҡһан өс йыл эсендә ниҙәр генә күрергә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәй уға. Илебеҙ ни күрһә - шуны күреп, ни кисерһә - дәһшәтле һуғыш осорон, унан һуңғы ауыр йылдарҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты, үҙгәртеп ҡороу йылдарын - бөтәһен дә үҙ иңендә татыған, барыһының да шаһиты булған.

Учалы ҡалаһында йәшәүсе Райхана Вәлиәхмәт ҡыҙы Байдәүләтова йыл һайын май айында ике ҡыуаныслы ваҡиға кисерә - Бөйөк Еңеү көнөн һәм үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Быйыл уға, Аллаһ бойорһа, 15 майҙа 94 йәш тула.
Райхана Вәлиәхмәт ҡыҙының тормош юлы, ысын мәғәнәһендә, тарих. Туҡһан өс йыл эсендә ниҙәр генә күрергә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәй уға. Илебеҙ ни күрһә - шуны күреп, ни кисерһә - дәһшәтле һуғыш осорон, унан һуңғы ауыр йылдарҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты, үҙгәртеп ҡороу йылдарын - бөтәһен дә үҙ иңендә татыған, барыһының да шаһиты булған.
Бала сағы, йәшлек йылдарындағы хәтирәләре тырыш хеҙмәт менән бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡыҙға 14 кенә йәш була. Эшкә һәләтле ир-егеттәр фронтҡа китеп бөткәс, ауыл хужалығындағы бөтә эш Райхана әбей кеүектәр иңенә төшә. Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, һынмай-һығылмай, киреһенсә сыныға ғына бара улар быуыны. Элек­ке­ләрҙе иҫ­­кә тө­шөргәс, бер аҙ моң­һоу­ла­нып, үткән­дәргә әйләнеп ҡайт­ты ул:
-Мин Ҡоҙаш ауылында Вәлиәхмәт Шәймәрҙанов ғаиләһендә тыуғанмын. Ғаиләбеҙҙә өс малай, дүрт ҡыҙ инек. Һуғыш башланғанда миңә яңы 14 йәш тулған ине. Тормош еңелдән булманы. Ашау яғы наҡыҫ, йүнле кейем юҡ.
Август аҙаҡтарында мине плугарь итеп тәғәйенләнеләр. Эш ике сменалы, алмашлап көнө-төнө ер һөрәбеҙ. 1941 йылдың ноябрь аҙаҡтарында курин ҡырҡырға ебәрҙеләр. Ике ҡыш куриндә булдым. Унда күргән ауырлыҡтарҙы һөйләп тормайым. Көнөнә 500 грамм икмәк, бер тәгәс кәбеҫтә ашы. Щи инде, уныһы шыйыҡ ҡына. Сәй ҡайнатып эскән булабыҙ. Февраль аҙаҡтарында бер бүлмәлә йәшәгән 7 ҡыҙ ҡастыҡ. Тирләнде инде үттек, тип ҡыуанһаҡ, милиционерҙар эләктерҙе. Бер төн бикле тоттолар ҙа кире эш урынына алып барҙылар.
1942 йылда Үрге Уралға тракторислыҡҡа уҡырға ебәрҙеләр. Яҙын ер һөрәбеҙ, тырматабыҙ, иген сәсәбеҙ, көҙөн туңға һөрәбеҙ, ҡышын трактор ремонтлайбыҙ. Ҡалған ваҡыттарҙа «Ҡыҙыл башаҡ» колхозы етәкселеге ҡайҙа ҡуша, шунда эшләйбеҙ.
Һуғыштан һуң, 1949 йыл, күршебеҙ Мөхәмәтйәр ағай клубҡа вечерға саҡырҙы. Икенсе ауыл егеттәре ҡыҙ күҙләргә килгәндәр икән. Барһам, Наурыҙ ауылынан килгән Сабит исемле егет мандолинала уйнап, йырлап йәштәрҙе бейетә. Оҡшатыштыҡ. Оҙатып барҙы. Тик ул һуғыштан килгәс, ҡатын алған булған, ике балалы булып сыҡты. Мине һоратып килер алдынан, хәләл ефетен айырып ҡайтарып ебәргән. Шулай итеп, 1949 йылда Наурыҙға күсеп барҙым. Сабит бабайығыҙ менән яҡшы йәшәнек, бынамын тигән балалар үҫтерҙек. Һуғыш инвалидымын, тип торманы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ветврач булып эшләне, - тип хәтер йомғағын һүтте Райхана әбей.
Байдәүләтов Сабит бабай Курск дуғаһындағы алыштар ваҡытында (1943 йылды 14 июлендә) ҡаты яраланғас, уны һәләк булғандар исемлегенә индергәндәр, әсәһенә "ҡара" ҡағыҙ ебәргәндәр. Хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булып ҡалған Сабит бабай октябрь айында ғына тыуған ауылына ҡайтыу бәхетенә ирешә. Сабит бабай менән Райхана әбей күптәргә өлгө булырлыҡ матур ғүмер кисергәндәр, биш бала үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар.
-Балаларҙың барыһы ла һөйөндөрә, изгелеклеләр. Тик бабайым ғына иртәрәк донъя ҡуйҙы шул, 29 йыл инде беҙҙең арала юҡ, - тип ауыр һулап, тормош юлдашын иҫкә алды.
Бөгөн оҙон ғүмерле Райхана Вәлиәхмәт ҡыҙының ҡартлығы бәхетле, нурлы йөҙөндә бәхет сатҡыһы балҡый. Шулай булмай ни! Ошондай олпат йәшкә етеп, аң-зиһене теүәл, йылы фатирҙа бер үҙе донъя көтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул донья хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, гәзит- журналдар уҡый.
-Эшемде баһаланылар. Алты миҙал менән наградланылар. Тыл һәм хеҙмәт ветеранымын. Балаларым килеп яраҙам итеп тора, бөтәһе лә матур итеп ғаилә көтә. Улар мине ҡыуандырып торған һайын, ғүмерем оҙая, - ти ул.
Ошо бәхет түгелме ни?! Илде аяҡҡа баҫтырыуҙа көсөн, йәнен аямаған Райхана әбей кеүектәр быуыны, ысын мәғәнәһендә, маҡтауға, ололауға, бәхеткә лайыҡ. Еңеү байрамы менән бер айҙа бер быуатҡа торошло тыуған көнөн ҡаршылаған Райхана әбейҙең атыр таңдары тыныс, көндәре имен, бәхетле булһын тигән теләктә ҡалабыҙ. Бөйөк Еңеү байрамы менән, хөрмәтле ил инәһе!
Вилиә ЯНБАЕВА.
Читайте нас