Яйыҡ
+27 °С
Облачно
Новости
5 Мая 2021, 03:42

Учалыла ҡурҡыныс енәйәт

Яҡташыбыҙға аҡса етмәгәнме?

БР буйынса эске эштәр министрлығы ҡурҡыныс енәйәт тураһында хәбәр итте.
Учалы ҡалаһында йәшәгән 61 йәшлек ҡатын күренмәй башлағас, күршеһе борсола башлай. Алдан уҡ үҙенә асҡыс бирелгән булғас, фатирына инеп ҡарай һәм хужабикәнең мәйетенә тап була. Кәүҙәнең арҡаһына ниңәлер балалар ҡурсағы, йәшелсә үрсетмәһе һәм бысаҡ урынлаштырылған, ти.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар кеше үлтереүҙә ҡатындың 62 йәшлек элекке ирен шикләй. Уның үҙенең аңлатыуынса, айырылышҡас, енәйәт ҡорбаны дөйөм фатир өсөн 400 мең һум түләгән була. Ир өҫтәмә талап итә, ошо арҡала бәхәс ҡуба һәм элекке ҡатынын быуып үлтерә. Ни өсөн мәйеткә үрсетмә һәм ҡурсаҡ ҡуйған, үҙе лә аңлата алмай. Бәлки, иҫерек булып ҡыйығы киткәндер? Тәфтиш бара, бар хәл-шарттар асыҡлана.
Читайте нас