Яйыҡ
+17 °С
Облачно
Новости
11 Мая 2021, 11:25
Ҡазандан һуңғы яңылыҡтар билдәле булды
Бөгөн күрше республиканың баш ҡалаһында бар илде шаңҡытҡан ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Ҡазанда урынлашҡан 175-се гимназияла ут асыу арҡаһында балалар һәләк булды. Тәүҙә имеш-мимешле килгән мәғлүмәттәргә хәҙер аныҡлыҡ индерелде.
Бөгөн күрше республиканың баш ҡалаһында бар илде шаңҡытҡан ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Ҡазанда урынлашҡан 175-се гимназияла ут асыу арҡаһында балалар һәләк булды. Тәүҙә имеш-мимешле килгән мәғлүмәттәргә хәҙер аныҡлыҡ индерелде. Һеҙҙе улар менән таныштырабыҙ.
Шулай итеп, һәләк булғандар һаны – һигеҙ кеше. Татарстан Президенты матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүе буйынса, ете бала һәм уҡытыусы вафат булған, 20 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, ҡурҡыныс фажиғәлә 32 кеше зыян күргән. Уларҙың бөтәһен дә республика дауаханаларына оҙатҡандар.
Фажиғә урындағы ваҡыт менән 09.20 сәғәттә башлана. Бәлә сигналы махсус төймәгә 09.25 минутта килә. Ул саҡта мәктәптә 714 бала, 70 самаһы хеҙмәткәр була, уларҙың 52-һе педагогтар.
– Беҙ ете баланы юғалттыҡ, улар 8-се класс уҡыусылары: дүрт малай һәм ике ҡыҙ. Улар бында өсөнсө ҡатта һәләк булды. 16 кеше – 12 бала һәм дүрт өлкән кеше әле госпиталдә. Террорист ҡулға алынды. Уға 19 йәш, теркәлгән ҡоралы бар. Башҡа енәйәтселәрҙе әлегә асыҡламаныҡ. Әле тәфтиш эштәре бара. Мәктәпкә лә, ғаиләләргә лә барлыҡ кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк. Бөгөн бөтә республикабыҙ һәм илебеҙ өсөн ҙур фажиғә, – тине был турала Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов.
Әле Татарстанда контртеррористик операция тәртибе индерелгән. Тәүҙә икенсе атыусы ла булған тигән хәбәр бар ине. Әле Телеграм-каналдар республиканың Эске эштәр министрлығына һылтанып, икенсе атыусы кеше булыуы тураһындағы мәғлүмәтте инҡар итә. Әлегә был мәғлүмәт тикшерелә.
Иртәгә, 12 майҙа Татарстанда матәм көнө иғлан ителә.
Фото:
ria.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/antiterror/azandan-u-i-ya-ili-tar-bild-le-buldi-790523/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"