Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
11 Мая 2021, 10:05

Хәснә хәсрәттәре

Хәснә Нәсибулла ҡыҙы Мәхмүтова 1938 йылда Буранғол ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Атаһы һуғышҡа киткәс, бәләкәс кенә бер бүлмәле өйҙә өс бала ҡала. Ул ауыр осорҙо иҫләп бына нимәләр һөйләй ул.

Айгөл ӘХМӘҘЕЙЕВА
Хәснә хәсрәттәре
Хәснә Нәсибулла ҡыҙы Мәхмүтова 1938 йылда Буранғол ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Атаһы һуғышҡа киткәс, бәләкәс кенә бер бүлмәле өйҙә өс бала ҡала. Ул ауыр осорҙо иҫләп бына нимәләр һөйләй ул:
- Һуғыш башланғас, “Көҙөбил” колхозы әсәйҙәргә, ҡарттарға, бала-сағаға ҡалды. Ҡатындар ҡара кискә ҡәҙәр кәбән дә ҡойҙолар, иген дә урҙылар, колхоз малына бесән дә эшләнеләр. Төшкө ашҡа ыумас, өйрә, ҡатыҡ, ҡатырмаҡ алып баралар ине. Ҡайһы ваҡыт эш хаҡына 200 грамм он бирҙеләр. Әсәйем бер һыйырҙан өҙөлмәне, ай яҡтыһында бесән эшләр ине, тик 200 литр һөт - һалым. Шуға күрә май-ҡаймаҡ ашағаныбыҙ булманы. Май йыйылһа, Кирәбе ауылына алып барып һатып килә торғайны, сөнки сарыҡ тегеп кейергә еп, күн һәм башҡа донъяның кәрәк-ярағы күп кәрәк. Мин бала сағымда ит ашағанымды хәтерләмәйем, сөнки һыйырҙың быҙауын йыл да хөкүмәткә тапшырып торҙоҡ. Тағы ла 200 йомортҡа, һарығың бармы-юҡмы - һорап тормайҙар, һарыҡ йөнөн дә йыл да тапшырырға тура килде. Халыҡты “займ” тигән нәмә лә йонсотто, нисә һум түләп алғандарҙыр инде, мәжбүри эш булды. Минең бала саҡта ашап үҫкән аштарым: кәһәл, ыумас, ҡатыҡ, ҡурмас, өйрә... Әсәйем кәһәл бешерергә ҡуйһа, беребеҙҙе туҡтауһыҙ болғап торорға ҡуша, уны һоло ононан бешерәләр, болғатмаһаң күмһей. Ҡатырмаҡты әшәк өҫтөнә һалып алалар, бер ҡатырмаҡты дүрткә бүлә инек. Оҙағыраҡҡа етһен тип, әҙләп кенә, семтеп ашайбыҙ. Ауылыбыҙҙа картуф үҫмәне, ҡырау алып торҙо, ти ололар.
Ҡыш уйнарға сығып булмай - кейергә кейем юҡ. Юл аша ғына әхирәтем йәшәй торғайны. Уйнарға тип беҙгә йүгереп килә лә, әшәк өҫтөнә аяғын ҡуйып йылыта ине. Йәйгә сыҡһаҡ, беҙҙең эштәр көйлө! Яҙын бер түбәлә ҡар иреһә, шунда уйнарға йүгерәбеҙ. Минең уйнап үҫкән уйындарым: көйөкбаш, бала йәшереү, уртабай, сертке, бесәй менән сысҡан, аҡ тирәк-күк тирәк. Уртабай, сертке уйындары өсөн туп кәрәк, әсәйҙәр сепрәктән туп тегеп бирәләр, яҙын һыйыр йөнөнән туп эшләп алабыҙ. Һыу буйынан нәҙек ике тал ҡырҡып, остарын бәйләп, ырғыуыс эшләй инек.
Йәйен тамаҡ туҡ - ҡырҙа кәзә һаҡалы, һөтлөкәй, еләк-емеш ашайбыҙ. Беҙҙең ауыл тирәләй ҡарағастар күп үҫә, шуның ылыҫын ашаныҡ, сайырын сәйнәнек. Ҡымыҙлыҡҡа барабыҙ, тау йыуаһы, бетлекәй йыябыҙ, ауылдан йыраҡ түгел һаҙ йыуаһы үҫә, шуны яулыҡҡа төрөп алып ҡайтабыҙ. Әсәйҙәр ҡышын ашарға тип, ваҡ ҡына итеп турап киптерәләр, хатта Абҙаҡ, Рысай ауылдарынан да килеп тоҡ-тоҡ итеп алып ҡайталар. Хәҙер һаҙ йыуаһы күренмәй. Әллә беҙҙең быуын кешеләре, Ҡыҙыл китапҡа ингән һаҙ йыуаһын, ҡоротоп бөтөрҙөләрме икән? Әсәйҙәр тоҡ, һарына ҡаҙғыс алып, һарына йыйырға китәләр, ҡайтҡас, һарына өйрәһе эсәбеҙ. Һуғыш йылдары әллә шырпы булманы, мин бер кемдә лә шырпы күрмәнем. Әсәйем утын янып бөткәс, тере күмерҙәрҙе әшәктең бер яҡ эргә буйына көл менән күмә ине. Биҙрә, йә шабала тотоп урамға сығаһың, кемдең мөрйәһенән төтөн сыға, шуларға күмер һорарға бараһың.
Һуғыш ваҡытында 200 грамм бойҙай урлап тотолһаң - төрмә, беҙҙең ауылдан 17 йәшлек ҡыҙыҡай 500 грамм бойҙай өсөн төрмәлә булып ҡайтты. Әсәйем башаҡ йыйырға йөрөнө, суйын көршәккә һалып мейестә быҡтыра, йә булмаһа баҙға төшөп ҡул тирмәне аша үткәрә ине. Ҡул тирмәне үткәргән тауышты аңдып ҡына торалар, ошаҡ көслө булды.
Ауылыбыҙҙа өс мунсалы кеше булды. Шуға мунсаны сиратлап яға инек. Йыуынырға һабын юҡ, көл тоноғо менән йыуындыҡ.
Шулай итеп уҡыу йәшенә лә еттем, ялан аяҡ, ялан баш, хатта ыштан да юҡ, бер ҡат күлдәктә беренсе класҡа барҙым. Һуғыштан ҡайтҡан Мирза исемле ағай дүрт класты ла бер үҙе уҡытты. Иҫәпләргә өйрәнер өсөн 10 таяҡ эшләп килтерергә ҡушты, мунса миндегенән 10 иҫәп таяғы эшләп алып барҙым. Яҙырға дәфтәр юҡ, һәр класҡа ни бары 2 китап. Уҡытыусыбыҙ Талик ауылына (4-5 өйҙән тора, ике саҡрым алыҫлыҡта) алып китте. Мейәстән килеп йәшәгән рус кешеһенә картуф алыштыҡ һәм эш хаҡына ул беҙгә күп итеп һары ҡағыҙ тоҡтар тотторҙо, шул тоҡтарҙан дәфтәрҙәр эшләп, буй һыҙыҡтар һыҙып, уҡытыусыбыҙ өләшеп бирҙе. 3-4 кластарҙа пероһы менән ручкаһы, ҡараһы кәрәк. Әҙәм балаһы әмәлен таба, мейес ҡоромонан ҡара иҙеп алалар, ҡайһылары пероны сыбыҡҡа бәйләйҙәр. Әсәйем плащ материалынан аяҡ кейеме тегеп бирҙе, яулығым бар ине, бишмәт тегеп кейҙерҙе. Шуға ҡышын да мәктәпкә йөрөй алдым.
Һуғыштан һуң күп йылдар халыҡ күтәрелә алманы, бер-береһенә йомошҡа йөрөрҙәр ине, хатта ямаулыҡ һорағандары ла иҫтә ҡалған. Кер йыуырға ялғаш, иләген дә һорарҙар ине. Күрше ауылға ҡунаҡҡа саҡырһалар: “Ауыл ебәрһә, барырмын”, - тигәндәр. Ҡайһыһына шәл, ҡайһыһына камзул, күлдәк биреп торғандар...
Ауылда 4 класты тамамлағас, күрше Малай Муйнаҡ ауылына бишенсе класҡа уҡырға барҙым. Йәйәү барабыҙ, ҡайтабыҙ. Әсәйҙәр тоҡсай (вещмешок) тегеп бирҙеләр, бер аҙна ашарлыҡ аҙыҡ күтәреп барабыҙ, аҙыҡ тигәс тә тәм-том юҡ: йоморо икмәк, ҡаймаҡ. Барғанда атлап барабыҙ, ҡайтҡанда буш рюкзактар менән йүгерешеп ҡайтабыҙ. Беҙ уҡыуҙан сығыуға бер апай бер ҡаҙан һыу ҡайнатып ҡуя, шуны икмәк менән эсәбеҙ - шул төшкө аш. Аталары һуғыштан килмәгән атайһыҙ балаларҙы ятаҡҡа алдылар, мин дә шунда эләктем, ҡалғандарҙы ике бүлмәле өйҙә йәшәгән әбейгә урынлаштырҙылар, уларҙы аталары утын менән тәьмин итә. Малайҙар ятағы ла бар, таҡтанан эшләнгән урындыҡ, мейес, утын түмәренән бысып алынған дүрт ултырғыс - бар йыһаз шул. Һигеҙ ҡыҙға ла әллә бесән, әллә һалам тултырылған матрац, одеал, простыня бирҙеләр.
Каникулда бригадир иген утарға ҡуша, осот үләне күп үҫә ине. Ә бесән ваҡыты етһә - һәнәк, тырма тотоп, бесән эшенә йөрөйбеҙ. Ул ваҡытта бөтә эш ат көсө менән эшләнә: иген һөрөү, тырматыу, малға бесән ташыу... Ат башында 5-7 йәшлек малай, егеттәр кәбән ҡоялар. 1 сентябрь тағы йәйәүләп уҡырға китәбеҙ, шулай итеп ете класты тамамланым.
Малай Муйнаҡ мәктәбен тамамлағас, ауылыма ҡайттым, бесәнгә тиклем колхозда төрлө эштә йөрөп, салғы ла тоторға ваҡыт етте. Йәй булһа бесәндә, ҡышын колхоз келәттәрендә эшләйбеҙ. “Винка” тигән ҡоролманы ике ҡыҙ тотҡаһынан әйләндерә, берәү бункирға аш һала, икенселәре сортҡа айырылған игенде ситкә ағас көрәк менән ала. Орлоҡҡа ашлыҡ әҙерләйбеҙ. “Винка” тауышын бейеү көйөнә оҡшатып, бейеп тә алабыҙ, ә мәктәпте тамамлаған малайҙар фермала башмаҡ ҡарайҙар, ҡайһылары ат егеп бесән ташынылар. Мин эш барҙа эшләп, эш юҡта селтәр бәйләп, сигеү сигеп, әсәйемә половик һуғышып ун туғыҙ йәшкә еттем. Үҙемдең ауыл егетенә, 20 йәшлек егеткә (уның атаһы ла һуғышта үлгән) тормошҡа сыҡтым. Кейәү бүләге яулыҡ, өс метр күлдәклек сатин булһа, минең бирнәм - яҫтыҡ, юрған, кейеҙ һәм буш һандыҡ ине. Йөк арбаһын егеп, ат менән ике әбей мине күсереп алып ҡайттылар.
Ваҡыт үткәс өй һалдыҡ, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Тормош иптәшем менән 31 йыл ғүмер иттек. Аллаһҡа шөкөр, яҡшы кейенеп, яҡшы туҡланып үҫмәһәм дә һаулығым насар түгел. Алдынғы һауынсы булдым, хаҡлы ялға сығып, 84 йәшемә лә еттем. Тормош иптәшем иртә китһә лә, мин яңғыҙ түгелмен - балаларым, 8 ейән-ейәнсәрем, 6 бүләсәм тормошомдо биҙәй. Интегеп үҫеүемә ҡарамаҫтан, бәхетлемен. Тик шуныһыһына ғына үкенәм - ваҡытында уҡымағанмын, - тип бәйән итте үҙенең еңел булмаған тормош юлын күпте күргән тыл ветераны.
Тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек, яҡташтар!
Читайте нас