Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
11 Мая 2021, 06:24

Көндәр йылы торасаҡ

29 градусҡа тиклем етәсәк, ти

Башинформ мәғлүмәттәре буйынса: Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе була. Синоптиктар әйтеүенсә, шишәмбе, 11 майҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Термометр бағанаһы +23,+28 градус күрһәтә.
Шаршамбы һәм кесаҙна, 12 һәм 13 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13, урыны менән +3-кә тиклем, көндөҙ +24,+29 градус.
Читайте нас