Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
11 Мая 2021, 11:25

Мөхәббәтең мине һаҡланы

Рәхилә менән Әмирхан бер класта укынылар. Бер-береһенән айырыла алмай бәләкәй кластан дуҫ булдылар. Һуңғы йылдарҙа иһә был дуҫлыҡ оло мөхәббәткә әүерелде.

Сафия МӨСЛИМОВА
Мөхәббәтең мине һаҡланы
Көтөп алған 1941 йылдың матур яҙы етте. Быйыл улар мәктәпте тамамлаясаҡтар. Ауыл ҙур булыу сәбәпле, 10-сы класҡа тиклем уҡырға мөмкин ауыл мәктәбендә. Төрлө ауылдарҙан килеп укыйҙар, сөнки күп ерҙә 7 класс, ҡайһы бер ауыл мәктәптәрендә 3 класҡа тиклем генә белем алырға мөмкин.
Рахилә менән Әмирхан бер класта укынылар. Бер-береһенән айырыла алмай бәләкәй кластан дуҫ булдылар. Һуңғы йылдарҙа иһә был дуҫлыҡ оло мөхәббәткә әүерелде.
Мәктәптә лә, берәй ергә эшкә барһалар ҙа һәр сак бергә була инеләр. Бына бөгөн ағас ултыртырға барырға тейештәр. Колхоздың комсомол ойошмаһы сәркәтибе Латифа апай уларҙы 4 бригадаға ағач ултыртырға барасакбыҙ, һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк тине. Улар күмәкләп йыйылышып уҡытыусы Сәғиҙә Нәсиповнаны көтәләр. Сәғиҙә апай ҙа килеп етте.
- Ҡыҙҙар-егеттәр, барығыҙ ҙа килеп еттегеҙме? Хәҙер машина киләсәк беҙҙе алырға.
- Тегеләр килеп етмәгән - Таһир менән Зөһрә, - тип ҡысҡырҙы уҫал ҡыҙ Хәҙисә.
Һәр саҡ бергә йөрөгәс, Рәхилә менән Әмирханды шулай тип әйтә ине класташтары. Бына улар ҙа көлөшә-көлөшә килеп етте. Тейешле урынға барып, күмәкләп тирәк ағасы ултырттылар.
- Был ағастар ҙур булып үҫерҙәр. Һеҙҙән иҫтәлек ҡалыр. Йылдар үткәс был ағастарҙы беҙ ултырттыҡ тип балаларығыҙға һөйләрһегеҙ, - тине Сәғиҙә Нәсиповна.
Май айының аҙағы. Ҡыҙҙар сығарылыш кисәһенә күлдәк тектерә. Әсәйҙәренең һаҡлап тотҡан һандыҡ төбөндәге ябай ғына туҡымаларынан матур-матур күлдәктәр килеп сыға. Ауылда бер генә оҫта тегеүсе бар - Зарифа апай. Зарифа апай Әмирхан класташтарының әсәһе. Шуға ла Рәхилә күлдәк тектерергә бирмәгән. Ул Әмирхандарҙың йортона барырға ояла. Шулай ҙа бер көн Әмирхан һыбай болон яғына киткәнен күрҙе.
Теге көн әсәһе:
- Бына һиңә күлдәклек тауар. Һиңә тип һаҡлап тоттом, күлдәк тектерерһең Зарифа апайыңа барып, - тине.
Аҡ туҡымаға зәңгәр сәскәләр төшкән был күлдәклек тауарҙы бик яратты Рәхилә. Ябай ғына булһа ла, көн дә күлдәк тектермәйҙәр бит.
Рахилә шул тауарҙы алды ла, бар батырсылығын йыйып Зарифа апайҙарға юл тотто.
Өйҙә Зарифа апай үҙе генә ине.
- Әйҙә, түрҙән уҙ, - тип бик йылы, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды тегенсе апай.
- Күлдәк тектерергә килгән инеем, - тип тауарын сығарҙы.
- Әйҙә ҡарайыҡ. Бик яҡшы матур тауар. Әйҙә, тәүҙә үлсәм алайыҡ, - тип Рәхиләнең билен, буйын, күлдәктең оҙонлоғон үлсәне.
- Туҡымаң бик матур. Туҡта әле, был күлдәккә минең һандыҡ төбөндә бик матур таҫма бар, уны ла ҡушып тегәйек, - тип, Зарифа апай һандығынан туҡыманың зәңгәр сәскәләренә төҫтәш бик матур таҫма алды. Һинең күлдәк иң матуры буласаҡ инде, - тине.
- Матурым, һин бер ун көн көтөп тор. Ҡыҙҙар бик күп килтергән күлдәклек тауарҙарын. Май аҙағында килерһең, әҙер булыр күлдәгең,- тип оҙатып ҡалды Әмирхандың әсәһе ҡыҙҙы.
Бик ҡурҡып барған Рәхилә бик шатланып, башы һауаға тейәрҙәй булып ҡайтты.
Май аҙаҡтары яҡынлашҡас, Рәхилә тегенче апайға юл алды.
- Әйҙә, һылыу, күлдәгеңде кейеп ҡара, - тип шкафтан матур, зәңгәр таҫма менән биҙәлгән күлдәк килтереп сығарҙы. Күлдәкте кейеп ҡарау түгел, уның тышҡы матурлығына ғашиҡ булып, һушы китеп баҫып тора бирҙе Рәхилә.
- Ниңә алмайһың, оҡшамаймы әллә? – тип һорағас ҡына уянып китте Рәхилә.
- Оҡшай, нисек оҡшамаһын инде,- тине ҡыҙ тулҡынланып.
Күлдәкте ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡулына алып, кейеп ҡараны. Стенала торған көҙгөлә иҫ китмәле сибәр, оҙон ҡара сәсле еткән ҡыҙ баҫып тора ине. Һушы китеп баҫып торған Рәхилә ишектән Әмирхандың килеп ингәнен дә шәйләмәне. Күргәс тә, оялып китте. Әмирхан да был күренештән телһеҙ ҡалды. Зәңгәр сәскәле зәңгәр таҫмалар менән ике тапҡыр уратып алынған, ең тирәләре таҫма менән матурлап тегелгән күлдәкте кейгән ҡыҙҙы күреп йөрәктәре янды, башы әйләнде Әмирхандың.
- Улым, ҡыҙҙарҙы оялтып, ниңә ҡатып ҡалдың? – тигәнгә барыһы ла уянып китте.
Рәхилә тиҙ генә түргә уҙып, күлдәкте систе. Әмирхан ингән ишегенән кире сығып китте, нимәгә кергәнен онотоп.
Рәхмәттәр уҡып, ҡыуанысы күңеленә һыймай ҡайтып китте ҡыҙ. Һинең күлдәгең иң матуры булырға тейеш, тигәйне бит уға Зарифа апаһы. Тегенсе апай ғына түгел ул - Әмирхандың әсәһе. Эйе, ул яратҡан егеттең әсәһе. Тимәк, Әмирхандың әсәһе лә уны үҙ итә, тигән уй уны шатландырҙы ғына.
Күлдәкте күргәс, Рәхиләнең әсәһе лә бик ҡыуанды.
- Тегеү хаҡын кереткә инем, ҡсаны ла бик аҙ алды, көсләп тә бирә алманым. Рәхмәт төшһөн инде. Зарифа апайың һине үҙ итә.
Сығарылыш кисәһе бик матур үтте. Ысынлап та, байрамда иң матур күлдәк Рәхиләнеке булды. Ҡыҙҙар һоҡланып та, көнләшеп тә әленән-әле күлдәкте маҡтанылар, тотоп ҡаранылар.
Таң ҡаршы алдылар. Иртәнге сәғәт биштә барыһы ла таралыштылар. Рәхиләне иртәнге биштә әсәһе уятты. Уянып, әсәһенең йөҙөнә ҡарағас, Рәхилә бик ҡурҡып китте. Әсәһе илаған, йөҙө ҡара янған ине.
- Әсәй, нимә булды?
- Балам, әле генә атайың менән колхоз идаралғында булдыҡ. Барыбыҙҙы ла йыйып алдылар. Һуғыш, балам, һуғыш башланған, тине лә әсәһе үкһеп илап ебәрҙе.
- Һуғыш. Ниндәй һуғыш, әсәй?
- Германия, немецтар беҙҙең илебеҙгә ҡаршы һуғыш башлаған.
- Нисек? Ниңә?
- 18 йәше тулған барлыҡ ир-егеттәр һуғышҡа алынасаҡ, - тинеләр.
- Бер айҙан Әмирханға 18 йәш тула. Ул да, класташ егеттәр ҙә һуғышҡа китәме? Атайым да алынасаҡмы һуғышҡа? Атайҙан башҡа ни эшләйбеҙ инде? Нисек йәшәрбеҙ, әсәй?! –тип, Рәхилә әсәһенә ҡушылып иланы.
Аҙна-ун көн үтеүгә Рәхиләнең атаһы Асҡар ағайға һуғышҡа алыныу тураһында повестка тапшырҙылар.
- Иртәгә юлға сығабыҙ. Арғы яҡ остан Ғәйнетдин менән бергә алынасаҡбыҙ, тине атаһы.
Иртәгәһе көндө юлға әҙерләнеп, ҡуҙғалыр алдынан юлга эзерлэнеп кузгалыр алдыннан Асҡар ағай балаларынын өсөһөн дә ҡосаҡлап һөйҙө лә, юлға сыҡты. Ишектән сыҡҡан саҡта артына әйләнеп, барыһына ла бер һирпелеп йылмайҙы. Урта буйлы, ябыҡ кәүҙәле атаһының һуңғы ҡарашы Рәхиләнең күңеленә, йөрәгенә мәңгегә уйылып ҡалды. Сөнки Асҡар ағайҙың ике йылдан һәләк буласағын, тыуған еренә, тыуған йортоан бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаясағын береһе лә белмәй ине шул.
Бер нисә көн уҙғас, әсәһе Рәхиләне саҡырып алды ла:
- Ҡыҙым, атайың һуғышта, быйыл уҡырға бармай тор. Фермаға һауынсы булып эшкә сыҡ. Тәүҙә үҙем менән эшләрһең, эшкә төшөнгәс, үҙең һыйырҙар һорап алырбыҙ, -тине.
Ике туғаныңды ҡарарға, һине уҡытырға көсөм етмәҫ, балам. Һуғыш тиҙҙән бөтөр ул, оҙаҡҡа бармаҫ. Атайыңдар еңеү менән ҡайтып керерҙәр!
Рәхиләнең бала сағынан уҡытыусы булырға, тигән хыялы бар ине. Бөгөн ул хыялы юҡҡа сыҡты, сөнки әсәһенә ҡаршы сыға алманы. Быға әсәһе түгел, ҡәһәрле һуғыш ғәйепле ине.
Икенсе көнө үк Рәхилә эшкә сыҡты. Фермала ул Әмирханды күрҙе.
- Кисә кисен күрешкәндә ниңә бер нәмә лә өндәшмәнең? – тип Әмирхан аптырашта ҡалды.
- Һин дә колхозда эшләүеңде әйтмәнең бит! – тине ҡыҙ.
- Уҡыуға кереп тороуҙоң кәрәге булмаҫ, ахыры, 20 көндән 18 йәшем тула, миңә лә саҡырыу ҡағыҙы килер ул.
Улар бергәләп фермала эшләнеләр. Бер айҙан һуң Рәхиләгә 10 һыйыр бүлеп айырым һауынға күсерҙеләр. Тәүге көндәре бик ауыр булды Рәхиләгә. Кистәрен осрашыуға ла сыҡмай алды. Аҙаҡ фермала Әмирхан да ярҙам итә башланы буш ваҡыттарында, һауынсы апайҙары көлөп маташһалар ҙа. Рәхиләнең әсәһенә ярҙам итеүе оҡшамаһа ла. Әмирхан бер кемдең һүҙенә ҡарап тормайынса ярҙамлашыуын белде. Рәхилә киске һауынға килгәндә, уның һыйырҙарына бесән һалып, аҫтарын таҙартып, һыу һалып ҡуя ине.
Ауыр ине барыһына ла. Эшләгән өсөн аҡса бирелмәй. Он, бойҙай, һөт - ризыҡ менән бирәләр ине. Һуғышҡа ауылдан аҙна һайын тип әйтерлек 2-3 кеше алынып ҡына торҙо. Бер көн Әмирхан да эшкә күңеле төшөп килде.
- Идаралыҡҡа саҡырып, атайға һуғышҡа повестка тотторғандар. Иртәгә юлға сыға.
- Сажид ағай оло түгелме ни? - тип һораны Рәхилә.
- Атайыма 51 йәш. Әсәй ҙә, бәлки, атайыңды алмаҫтар, тип өмөтләнгән ине. Кисә рәйес Кәримжан ағай килгән ине, атай менән һөйләшеп ултырҙылар. Ул әйтә: “Ҡәһәрле немец алға атлағандан-атлай. Илебеҙҙең күп ерҙәрен баҫып алған, ти. Ғаиләләргә ҡара ҡағыҙ килә башлаған. Беҙҙең һалдаттар күпләп һәләк була”, - ти.
Ике айлап ваҡыт уҙғас, Әмирханға ла саҡырыу ҡағыҙы килде.
Егеттең әсәһе Зарифа апай өсөн икеләтә ауыр булды. Ире Сажидты һуғышҡа оҙатыуға, Әмирхан улын да фронтҡа ебәрәләр. Түҙеп ҡара.
Әмирхан эшкә барғас, Рәхиләгә барыһын да һөйләне.
- Кисен осрашырбыҙ, һөйләшербеҙ. Иртәгә юлға сығам, - тине.
Рәхиләнең күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты.
Кисен егет менән ҡыҙ хушлашыу өсөн осраштылар. Бер-береһенә һыйынып һүҙҙәре бөтмәне. Ауыр ине уларға.
- Һинән башҡа нисек йәшәрмен? - тине ҡыҙ. - Мин һине шундай яратам!
- Мин дә һине үлеп яратам. Минең осөн һинән дә яҡыныраҡ, матурыраҡ ҡыҙ юҡ донъяла, - тине егет.
- Беҙ айырылышырға тейеш түгел инек. Был ҡәһәрле һуғыш беҙҙе айыра. Ләкин минең мөхәббәтем шундай көслө. Һине һаҡлап, бар ҡайғыларҙан, үлемдәрҙән һаҡлаясаҡ. Тыуған ауылға иҫән-имен, еңеүсе булып ҡайтасаҡһың! Ишетәһеңме, мөхәббәтем көслө, икебеҙгә лә етерлек, ул һине һаҡлап алып ҡаласаҡ!
Егет ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡланы, ирендәренән шашып үпте.
- Көт мине, ҡайтырмын! - тине ул.
Әмирхан һуғышҡа китеп, 10 көн уҙыуға хаты килде. Рәхилә Зарифа апайҙарға улының иҫән-һаулығын белдерәйем, тип юл тотто.
- Рәхмәт, ҡыҙым. Миңә лә хаты килде. Әйҙә, түргә уҙ, сәй эсербеҙ.
- Юҡ, Зарифа апай, мин фермаға эшкә китеп барам, - тип Рәхилә эшенә юл тотто.
Әмирхандан хаттар әленән-әле килеп торҙо: “Бер ай дауамында атырға, автоматты таҙартырға, ҡорал менән эш итергә өйрәттеләр. Оҙаҡламай һуғышҡа керәбеҙ”, - тип яҙҙы.
Артабан хаттары икенсе төрлө булып үҙгәрҙе. Немецты һүкте: “Германияларында ғына ятмай, беҙҙең илебеҙҙе баҫып инеп, бысраҡ аяҡтары менән урмандарыбыҙҙы, далаларыбыҙҙы тапайҙар, ҡәбәхәттәр. Күпме ауыл-ҡалалар ҡара күмергә әйләнде. Күпме кешенен ғүмере өҙөлә...”
1942 йылдың һалҡын ҡышы етте. Фермала эшләүе ныҡ ауырлашты. Әлдә колхоз рәйесе Кәримжан ағай бар, ул барыһын да тырыштыра. Бесәнен дә, һаламын да... Бына көтәсәккә күрше ауылдан ике йөк һалам килтерҙеләр әле.
Кәримжан ағай ай һайын һуғышҡа ебәреүҙәрен һораһа ла, район үҙәгенән уны ҡалдыра киләләр. Бөгөн дә район үҙәгенә барып ҡайтты.
- Һинең өсөн фронт ошонда. Һуғыштағы һалдаттарҙы ашатырға, эсеререгә кәрәк. Кем иген үҫтерһен? Һөт, ит кәрәк. Юҡ уйлама ла, беҙҙең фронт бында! - тип ҡайтарғандар.
Ҡатын-ҡыҙ эштән һуң ултырмаға бер-береһенә йөрөп, фронт өсөн ойоҡбаш, бейәләй, бирсәткәләр бәйләйҙәр. Һәм ауыл исеменән фронтҡа посылка һалалар. Һәр береһе бәйләгән әйберҙәрен яратҡан кешемә барып етһен, тип күңелдәренән теләгән булалар.
Ололар быйма баҫып фронтҡа ебәрәләр. Йәйен һәр ғаилә күп итеп ҡорот киптереп, еләк-емеш ҡағы эшләп фронтҡа оҙаттылар.
1944 йылдың ҡыш көндәре Әмирхандан хаттар килеүҙән туҡтаны. Рәхилә аптырашта ҡалды, бик борсолдо.
- Әмирхандың әсәһенә булды хат. Ваҡыты тығыҙ булғандыр. Яҙыр әле, - тине лә китеп барҙы почтальон.
Аптыраны был хәлгә Рәхилә, сөнки әсәһенә хат килгән көндә Рәхиләгә лә була ине. Ике ай ваҡыт уҙып китте, Әмирхандан хаттар тамам туҡтаны. Рәхилә Зарифа апайҙы урамда осратты:
- Зарифа апай, Әмирхандан һеҙгә хаттар киләме? Миңә ниңәлер яҙмай.
- Әлләсе, һылыуҡай. “Рәхилә эшләп йөрөйҙөр инде. Уның хаттарын алып торам. Һеҙҙең сәләмдәрегеҙ миңә ҙур бүләк. Һуғыш яланында көс бирә, өмөт уята”, тип яҙа улым, - тип яуапланы егеттең әсәһе.
Аптырашта ҡалды Рәхилә. Үҙе яуап яҙмай, хаттарыма ҡыуана...
Ә хәл былай булды. Почтальон Менәүәрә апайҙың ҡыҙы уҫал Хәҙисә уларҙың класташы. Әмирханды ул бәләкәй саҡтан ярата. Шуға ла Рәхиләнән ныҡ көнләшә ине егетте. Бер көн асыуы килеп, әсәһенең почта сумкаһынан Рәхиләгә тигән хатты алып, мунса мейесендә йәшереп кенә яҡты. Икенсе тапҡыр, әсәһенең сумкаһында тағы эҙләнде. Ләкин унда хат булмай сыҡты. Өсөнсө тапҡыр әсәһе үҙе ярҙамлашыуын һораны, унда ла Рәхиләгә исемләнгән хатты йәшереп алып ҡалды.
Ә инде һуңғы тапҡырҙа әсәһе Хәҙисәне почта сумкаһын аҡтарғанда үҙе тотто. Әсәһе артына йәшергән өсмөйөшлө хатты ҡулынан тартып алды. Был Рәхилә исеменә Әмирхандан килгән хат ине.
- Ә-ә, бына нисек икән хәлдәр! Үткәндә күргән инем Рәхиләгә хат барлығын, алып бирәйем тиһәм – таба алманым, - тип ҡыҙып китте Менәүәрә апай. – Аяуһыҙ һуғыш барғанда һалдаттарға был хаттар ҙур таяныс. Ә һин күрәләтә яуызлыҡ эшләп ятаһың икән! Беләһеңме, мине бының өсөн төрмәгә ултыртыуҙары бар. Һинән башҡа өс туғаның бар. Уларҙы кем ҡарар мине ултыртып ҡуйһалар? Ул саҡта мин һине ултырттырасаҡмын, төшөндөңмө, ҡыҙыҡай! Һин хат йәшереп кенә уларҙың араларына керә алмаҫһың. Уларҙың араһында ысын мөхәббәт! Зарифа апайың да ныҡ ярата Рәхиләне. Сығарылыш кисәһенә ниндәйерәк күлдәк тегеп биргән ине, - тип ҡыҙын әрләне лә, ҡурҡытты ла Менәүрә. – “Ҡара ҡағыҙ” таратҡаным өсөн ауыл халҡы мине былай ҙа “Ҡара күлдәкле Менәүрә” тип аҙанлаған инде. Был хәлде белеп ҡалһалар, эштәр бөтөнләй харап бит. Уйлап ҡара, 1000 кеше һуғышҡа алынды, шуларҙың биш йөҙҙән ашыуына “ҡара ҡағыҙ” килде лә инде. Уларҙы яҡындарына алып барып биреү минең өсөн оло язаға әйләнде. Хәлемдән килһә, һәр йортҡа тик яҡшы хәбәрҙәр генә илтер инем дә ул...
Был һөйләшеүҙән һуң, Хәҙисә әсәһенең эш сумкаһына яҡын да барманы. Өс ай уҙғас, Рәхилә Әмирхандан хат алып һөйөндө: “Һаумы, йәнем! Һине һағынып хаттар яҙам. Яуап хаттарың өсөн рәхмәт. Һуғыш бик ҡаты бара, бик күп дуҫтарҙы, таныштарҙы юғалттыҡ. Һуғыш бер кемде лә йәлләмәй. Һеҙ барыбер ышанығыҙ, беҙ еңеп ҡайтасаҡбыҙ! Сөнки беҙ Ватаныбыҙҙы һаҡлайбыҙ! Һылыуым, һинең фотоңды ҡулыма алып оҙаҡ ҡарап ултырам. Тугғндарымдың, әсәйемдең фотоһына ҡарап, бала сағым, бәхетле көндәр иҫемә төшә. Әсәйем ниңә Рәхиләгә хат яҙмайһың тигән. Яҙам аҡыллым, әсәйемә яҙған көндө һиңә лә яҙам. Килеп етмәгәндер. Бына бер көн барыһы ла бер юлы килер. Мине һинең мөхәббәтең һаҡлап йөрөтә, матурым. Яратам һине, яратам. Һау бул. 15 февраль, 1945 йыл. Әмирхан”.
Ошо хатынан һуң Әмирхан бик оҙаҡҡа юғалды.Тағы ла хаттары килмәй башланы. Бер көн Зарифа апай юлда осрап:
- Балам, һине күрәһем килгән ине. Әмирхандан хаттар туҡтаны. Инде 40 көн самаһы хәбәр юҡ, - тип борсолдо әсә.
- Миңә лә килмәй хаттары. Мин һеҙҙән һорарға, тип уйлап йөрөй инем әле. Нимә булды икән? Иҫән-һау ғына йөрөһөн инде.
Был осрашыуҙан һуң тағы бер ай уҙҙы. Май айының матур көндәрендә иртәнге һауындан һуң йәйләүгә бер һыбайлының йән-фарманға сабып килеүе күренде, үҙе нимәлер тип һөрәнләй. Ҡулында - ҡыҙыл флаг. Килеп еткәс кенә танынылар. Был 15 йәшлек Сәит ине.
- Апайҙар, һуғыш бөткән! Еңеү килде! Еңеү!
- Ҡайҙан беләһең?
- Дөрөҫмө был хәбәр?
- Дөрөҫ, рәйес Кәримжан ағай һеҙгә хәбәр итергә ҡушты.
- Йә Хоҙай!
- Бына ҡыуаныс!
Һөйләп бөтмәҫлек ҡыуаныстар күҙ йәштәре менән аралашты. Илау-көлөүҙәр бергә буталды.
Рәхилә ҡыуанды, эстән көйөндө лә. Һуғыш бөткән, ә Әмирхан ҡайҙа һуң?
Ә Әмирхан госпиталдә ята ине. Ҡышын барған ҡаты һуғыштарҙа Әмирхан снаряд шартлауынан ҡаты яраланды, һул ҡулын өҙҙөрҙө. Аяғын бик күп көс һалып, һаҡлап ҡала алдылар.
- Йәш, көслө булыуы арҡаһында ғына еңә алды бәхетһеҙлеген, - тине уны дауалаған табип Валентина Евгеньевна. – Тик ниңәлер ул егет тыуған яғына ҡайтырға ашыҡмай. Ошо ҡалала ҡалам, эшкә урынлашасаҡмын, әсәйгә ярҙам итеп торасаҡмын, ти. Яратҡан ҡыҙым бар, уға йөк булаһым килмәй. Тормошон юҡҡа сығармайым. Мин хәҙер кемгә кәрәкмен, ти. Үҙе ысын герой, ике ордены бар. Медкарточкаһынан адресын алып, яҡындарына үҙем хат яҙмаҡсымын.
Шул һөйләшеүҙән һуң, Валентина Евгеньевна Әмирхандың әсәһенә хат яҙып ебәрҙе.
Бар йөрәге менән улын көткән әсә өсөн был көтөлмәгән хат булды.
- Хат Әмирхандан түгел. Бының конверты бар. Иҫән-һау булһа ярар ине, балаҡайым. Шомло нәмәгә оҡшаған. Бергәләп асайыҡ әле. Уҡы Менәүрә хатты.
Почтальон тыныс ҡына уҡый башланы: “Здравствуйте Зарифа Каримовна! С уважением пишет вам глав. врач больницы. Ваш сын Амирхан Юшкужин находится у нас на лечении после тяжелого ранения. Потерял левую руку. В данный момент самочувствие нормальное. Через 10 дней можно забрать, но он не хочет ехать домой. У него же семья – вы - мама, сестры, как он говорит. Если есть возможность приезжайте, забирайте. Адрес госпиталя: ... ул. Коммунистов, 45”.
- Йә Аллам, иҫәнме балам? Бер нәмә лә аңламаным.
- Иҫән, иҫән, Зарифа апай, госпиталдә тигән. Ҡаты яралы ине, төҙәлеп килә, ярҙам итергә алып ҡайтырға кәрәк тигән.
- Йә Хоҙай, иҫән булғас булды. Ярҙамлашырбыҙ, алып ҡайтырбыҙ.
Зарифа апай Рәхиләгә һөйләне, ҡыҙҙарына хәбәр итте. Колхоз рәйесенә барып аҡса һоранылар. Рәхиләгә эш хаҡын аҡса менән бирҙеләр.
Иртәгәһенә Рәхилә Әмирхандың бер туған Хәссәбикә апаһы менән юлға сыҡтылар. Ауыл кешеләре өсөн был юлды үтеү анһаттан булманы. Рус телен дә яҡшы белергә кәрәк. Ниһайәт өс көн уҙғас, кәрәкле ҡалаға барып етеп, госпиталде эҙләп таптылар. Валентина Евгеньевна уларҙы үҙе ҡаршы алды, палатаға тиклем оҙатты. Бер нәмә лә белмәгән Әмирхан өсөн был көтөлмәгән шатлыҡ ине.
Рәхилә Әмирхан янына килде, ҡосаҡланы:
- Һин иҫәнһең, ниндәй бәхет! - тип ҡабатланы.
Апаһы ҡосаҡлашып күрешкәндән һуң:
- Туғанҡайым, һуғыш яланында ятып ҡалғандар күп. Аллаһҡа шөкөр, иҫән ҡалғанһың, төҙәлерһең, аяҡҡа баҫырһың.
Валентина Евгеньевна бөтә документтарҙы әҙерләп бирҙе, поезд икенсе көнө генә булғас, госпиталдә ҡунып, икенсе көнө генә юлға сыҡтылар. Өс тапҡыр бер поездан икенсе поезға күсеп, ҡайҙа баҫып, ҡайҙа ултырып тигәндәй, тыуған яҡтарына ҡайтып төштөләр.
Зарифа апай мунса яғып, өҫтәл әҙерләп, оло ҡунаҡ итеп көтөп торған улын:
- Балам, әсә кешегә балаһы бер ваҡытта ла, ниндәй хәлдә булһа ла артыҡ булмай. Тыуған өйөндә һәр саҡ һыя. Һин батыр егет, һуғышты үткәнһең, күкрәгеңдә ике орден-миҙалдарың янып тора. Яҡындарыма ауырлыҡ килтерәм тип ҡурҡып ятаһың. 1944 йылдың сентябрендә атайыңа “ҡара ҡағыҙ” килде. Шул ҡайғыны нисек кисереп, артабан нисек йәшәргә, тип торғанда, һинән хат-хәбәр килеүҙән туҡтаны. Һин минең йыуанысым да, терәгем дә.
- Әсәй, атлауымдың да рәте юк, мин ниндәй терәк булайым инде.
- Юҡ балам, һин йәш кеше. 23 йәшлек егет, көслө егет, төҙәлерһең, аяҡҡа баҫырһың!
Был һөйләшеүҙән һуң бер йыл ваҡыт уҙҙы. Әмирхан ике тапҡыр район дауаханаһында ятып дауаланды, һуңғыһында ҡулына протез эшләнеләр. Яҙғыһын, ысынлап та, аяҡҡа баҫты, кәүҙәһе турыланды, аяғы йүнәлде. Йәй бесән эшләшеү кеүек эштәрҙә ярҙам итте. Колхозға эшкә сыҡты. Улының һауығыуына Зарифа апай бик ҡыуанды. Яратҡан ҡызы Рәхиләнең дә ярҙамы ҙур булды. Әмирханды ташламаны, егетте тәрбиәләргә ярҙам итте.
Көҙөн, уныш йыйып алғас, гөрләтеп туй яһанылар. Өсәүләп бергә бик матур, татыу йәшәнеләр. Зарифа апай киленен бик яратты. Бер ел уҙғас, ҡыҙ һәм малай донъяға килде. Барыһы өсөн дә бөтмәҫ ҡыуаныс ине был. Әмирхан менән Рәхилә мөхәббәткә күмелеп, бик татыу ғүмер кисерҙеләр. Өс ҡыҙ һәм өс ул үҫтерҙеләр. Әмирхан һәр саҡ ҡатынына:
- Һинең мөхәббәтең мине һаҡланы, тыуған яғыма ҡайтырға ярҙам итте, - тип ҡабатлар буды.
77 йәшендә Әмирхан Сажид улы һуғышта алған яраларынан һыҙланып һәләк булды. Ауырып түшәктә ятҡас, хәләл ефете Рәхиләгә:
- Рәхмәт һиңә, саф һөйөүөң өсөн. Мөхәббәтең мине һакланы. Береһенән-береһе шәп ҡыҙҙар, егеттәр үҫтерҙек. Мин - бәхетлемен. Барыһына ла ризамын, - тип, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Быйыл Бөйөк Еңеүгә 76 йыл. Ләкин һуғыш ҡалдырған яралар, аталарын юғалтҡан балалар йөрәгендә, күңелендә юйылмай, был яралар һаман булһа һыҡрай. Бер генә теләк - башҡаса ҡан ҡойош ҡабатланмаһын...
Читайте нас