Көләс йөҙөң менән сығып киттең,
Ишегеңде арттан япманың...
Мәктәп көтә ине, бик ашыҡтың,
Тик һабаҡтан бөгөн ҡайтманың...
Ҡайҙа барып бәреләйем һуң хәҙер?
Ҡайҙа ҡуяйым йәнде, ә? Балам!!!
Мин бит һине башҡа күрә алмайым!,
Һүрәттәреңә генә бағалам...
Ә тауышың, ә ул сырҡылдауың
Яңғыраптар торор ҡолаҡта...
Ишетеүгә шунда урғылырмн,
Булмаҫһың шул, бәпкәм, ул яҡта...
Бәрелермен, һуғылырмын шулай...
Ваҡыт килеп еткәс аңлармын,
Тик әлегә томаланған аҡыл,
Ҡыҙҡан күмер кеүек ҡайнармын!
Ә һин инде тыныс, күҙең йомоҡ...
Ете ҡат күк - осар юлдарың.
Мәктәпкә тип киткән инең иртән...
Өйгә генә бөгөн ҡайтманың...
11.05.2021
Әбри Хәбриев.