Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
14 Мая 2021, 07:30

Республикала 30 градус эҫелек ҡасан кәмей

Ямғырҙар көтөлмәй, нимә булыр инде?

Май айына хас булмаған аномаль эҫелек Башҡортостанда кәмендә бер аҙнаға тотҡарлана. Синоптиктар әйтеүенсә, ошо ваҡыт өсөн һауа температураһы норманан ете-һигеҙ градусҡа юғары. Киләһе аҙнаның аҙағына термометр бағанаһы +34 градусҡа тиклем күтәрелә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 23 майҙан һуң һауа температураһы түбәнәйә башлай. Өфөлә термометр бағанаһы көндөҙ +23, төндә +16 градусҡаса төшә. Яуым-төшөм көтөлмәй, ләкин болотло һауа торошо фаразлана.
Уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә ярашлы, июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә.
Читайте нас