Яйыҡ
+19 °С
Ясно
Новости
17 Мая 2021, 04:57

Урмандарға сыҡмай тороғоҙ!

Штраф түләргә тура килмәһен

Көн торошо арҡаһында янғын хәүефе ныҡ киҫкен. Шуға ла БР Урман хужалығы министры приказы менән Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбуллла һәм беҙҙең Учалы районы урмандарында кешеләр йөрөү, транспорт үтеү сикләнде. Был тыйыу 15 майҙан 4 июнгә тиклем дауам итә.
Айырым режим көсөндә булғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән граждандарға 4-5 мең һум, юридик берәмектәргә - 300-500 мең һум штраф һалынасаҡ, тип тә иҫкәрттеләр министрлыҡтан. Махсус булдырылған патруль-маневр төркөмдәр көн һайын контроль алып барасаҡ.
Читайте нас