Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
17 Мая 2021, 03:47

Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы

Яҡташыбыҙҙы матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы (ижади псевдонимы Шәүлиә Алкинская; 16 май 1946 йыл) — уҡытыусы, яҙыусы, шағир һәм журналист. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Мөхәммәт Хәйҙәров (2005) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2006) премиялар лауреаты.
Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ахун ауылында 1946 йылдың 16 майында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Исеменең үҙ тарихы бар. «Шәүлиә» исеме «шаүле» (Šiaulē) литва һүҙенән алынған — ҡояш мәғәнәһендә. Шәүлиәнең атаһы Литваны азат итеүҙә ҡатнаша, ҡамауға эләгә, шул саҡта, тере ҡайтһам, ҡыҙыма Шяуляй ҡалаһы исеменә оҡшаш исем ҡушам тип, үҙ-үҙенә һүҙ бирә.
1984 йылдың йәйендә Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙына шәхси саҡырыу буйынса Литваға немец-фашист илбаҫарҙарынан Шяйляү ҡалаһын азат итеүгә арналаған тантанаға барып ҡайтыу бәхете тейә. Күрһәтелгән документаль фильмдағы бер кадрҙа атакаға күтәрелгән атаһын күреү мәңгегә Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙының иҫендә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булып ҡала.
1963 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Артабан ғүмеренең 25 йылын уҡытыу эшенә бағышлай, Күмертау ҡалаһында башта Ю. А. Гагарин исемендәге интернат-мәктәптә, һуңынан Күмертау педагогия училищеһында эшләй. Күмертау ҡалаһында 20 йылдан ашыу йәшәгәндән һуң ғаилә сәбәптәре арҡаһында тыуған яҡтарына, Учалыға, ҡайта.
Учалы ҡалаһында район гәзите редакцияһында — бүлек мөдире, артабан урындағы яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе булып эшләй. 1997 йылдан алып — ирекле ижадсы.
Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы — көслө рухлы, һәр нәмәне йөрәге аша кисереүсе, әүҙем тормош алып барыусы шәхес. Әҫәрҙәренең төп тематикаһы: кешелеклелек, ватансылыҡ, әхлаҡлылыҡ. Алты китап авторы (шиғриәт, проза). Әҙәбиәт донъяһында Шәүлиә Алкинская исеме аҫтында билдәле.

Китаптары

  • «Ғүмер октавалары», шиғырҙар йыйынтығы, баш. телендә, Өфө, 1996 йыл.
  • «Ҡояшлы серенада», хикәйәләр йыйынтығы, баш. телендә, Өфө, 2002 йыл.
  • «Барон», балалар өсөн, проза йыйынтығы, рус телендә., Сыуаш китап нәшриәте, 2003 йыл.
  • «Йондоҙло рапсодия», шиғырҙар йыйынтығы, на башк. Уфа,2003 йыл.
  • «Приключения кота Барона», повесттар йыйынтығы, балалар өсөн, рус телендә, Өфө, 2010 йыл.
  • «Алма бабай һабаҡтары», хикәйәләр йыйынтығы, балалар өсөн, баш. телендә, Өфө, 2014 йыл.
  • Уның тәүге әҫәре 1986 йылда Вильнюста литва телендә сыҡҡан «Салдуве» коллектив йыйынтығында баҫтырылып сыға. Мәғлүмәтттәр Башҡорт Википедияһынан алынды.
    Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы үҙ ваҡытында "Яйыҡ" гәзитендә лә эшләп алды. Һөнәри оҫталыҡ, ижадҡа әүәҫлек, тыуған төбәгенә тоғролоҡ өсөн генә түгел, алсаҡ, мөләйем, илас күңелле, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған кеше булғаны өсөн дә ихтирам итәбеҙ беҙ Шәүлиә апайыбыҙҙы! Юбилей менән!
    Читайте нас