Виталий Дмитриевич Бутерин тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Донъяла иң йәш миллиардерҙарҙың береһе. 1994 йыл Коломна ҡалаһында тыуған, әле РФ һәм Канада гражданы. Байлығын урлап, йәмғиәттекен “прихватизировать” итеп тупламай, криптовалюталар өлкәһендә уңышлы эш итә. Һәм күпселек сереп байыған бәндәләрҙән айырмалы, һис тә ҡарунланмаған. Ошо арала 1 миллард долларҙан ашыу сумманы(!) Һиндостанда коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә күсерҙе. Был илдә пандемия айырыуса ҡурҡыныс масштаб алды бит – көн һайын 350 меңдән ашыу кеше инфекция йоҡторғанлығы асыҡлана. Заманса дарыу ғына түгел, тонсоғоп интеккән кешеләргә һуларға кислород, дауаханаларҙа ятыр урындар етешмәй. Һәм аңлашыла, бер кемдең дә артынан вакциянация яһат инде, тип инәлеп йөрөмәйҙәр. Эйе, тыуған илебеҙҙең кире яҡтары ла бихисап, әммә донъя һалыуына ҡаршы ныҡлап, маҡсатлы рәүештә көрәшеүен дә күрмәй ҡалмайыҡ, ҡәҙерһеҙлек яҡшы нәмә түгел бит ул!
45 йәшлек япон миллиардеры Юсаку Маэдзава ла бесән өҫтөндәге эт кеүек аҡсаһы өҫтөндә ҡалтырап ятмай. 2023 йыл йыһан карабында Ай тирәләй осоу өсөн экспедиция туплауы тураһында алдан хәбәр ителгәйне: сәнғәт эшмәкәрҙәрен дә алырға йыйына, сәйәхәтәттән яңыса илһам алырҙар, тип көтә. Ошо ваҡиға тиклем ваҡытты ла әрәм итмәҫкә булған, ярҙамсыһы менән йыһанға “разведка” яһаясаҡ: быйыл декабрь айында Халыҡ-ара космос станцияһына осоу өсөн ошо арала Ю.Гагарин исемендәге үҙәктә әҙерлек үтә башлаясаҡ. Хаҡы әйтелмәй, эксперттар төҫмөрләүенсә, 10 тәүлек өсөн 20-50 млн доллар түләй – 1,5-3,7 миллиард һум.
Рәсәй патриархы Кирилл аборттарға ҡырҡа ҡаршы. Өгөтләү менән генә сикләнмәй, ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итте: “ Баланы үҫтерә алмаясаҡмын тип ҡурҡағыҙ икән, бәпесте сиркәүгә бирә аласаҡһығыҙ. Аяҡҡа баҫтырыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Һеҙҙең артабан сабыйығыҙ менән осрашып тороуығыҙға ла бер ниндәй кәртәләр ҡуйылмаҫ”. Афариндан башҡа ни әйтәң инде! Әленән үк РПЦ (рус православие сиркәүе) эргәһендә ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатындар өсөн 77 кризис үҙәге эшләй икән.
РФ Тәбиғәт һәм экология министры Александр Козлов фараз итте: әлеге күләмдә тотонғанда, Рәсәйҙә нефть - 59, газ – 103 йылға етәсәк. Әйткәндәй, былтыр нефть һәм газ етештереү алдағы йылдан 8,6 процентҡа кәмеп, 512 млн тонна тәшкил иткән. Ә бына Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу агентлығы башлығы Евгений Киселевтың күҙаллауынса, 19 йыл ғына нефттте рентабелле табып буласаҡ, ҡалған ятҡылыҡтарҙан “ҡара алтын” сығарыу хаҡы һатыу хаҡынан юғарыраҡ, ти.
“Ҡара халыҡты” талаштырып, хакимдар үҙ-ара татыу йәшәйҙәрҙер буғай. Башҡаса нисек аңларға һуң – Рәсәй менән “һуғыш алып барған” Украина президенты Владимир Зеленскийҙың ҡатыны Ҡырым ярымутрауында һаман да күсемһеҙ милеккә эйә, тип хәбәр итте “Московский комсомолец” гәзите. Ливадия курорт ҡасабаһында элита йортонда әкиәттәгесә хаҡҡа затлы фатир. Бер ҙә һатырға ашыҡмайҙарҙыр, бөтә коммуналь түләүҙәр ваҡытында теүәл башҡарыла,ти.
Хәҙер балалар компьютерҙы белеп тыуа буғай. Америкала 4 йәшлек Ноа Брайант нисектер интернет аша 51 ҡумта туңдырмаға заказ яһай. Әсәһенең түләргә аҡсаһы юҡ, магазин кире ҡабул итмәй. Ярар ҙа интернет аша хәйриә акцияһы иғлан итәләр. 918 ҡап туңдырманың хаҡы 2,6 мең доллар булһа (192 мең һум), мәрхәмәтле кешеләр ике тәүлектә 16 мең долларҙан ашыу ( 1 млн 200 мең һум) күсерә. Аҡсаның артҡанын улын дауалауға һәм уҡытыуға йүнәлтәсәкмен, тип белдерә әсәһе. Эйе, сабый аутизм менән йәшәй, ә башы тәгәрәп эшләй икән.
Туристарҙы йәлеп итеү өсөн Ҡытайҙа быяла күперҙәр күп төҙөлдө. Ныҡ бейектән үтә күренеүсән иҙән буйлап атлау ҡурҡыныс та, ҡыҙыҡ та бит инде. Аңлашыла, бындай ҡоролмалар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеп төҙөлө. Әммә һис көтөлмәгән хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылай. Пиянь тауы тирәләй кинәт ел-дауыл ҡуба, ел тиҙлеге сәғәтенә 150 километрға етә. Һөҙөмтәлә иҙәндең панелдәрен өлөшләтә ҡайыра һуға. Тап ошо мәл күперҙән үткән турист ярай ҙа яндауырҙарға йәбешеп өлгөрә. Байтаҡ ваҡыт 100 метр бейеклектә эленеп тигәндәй торған, ти. Мажараны ғүмерендә онотмаҫ. Ә Ҡытай властары бөтә бындай аттракциондарҙы тикшерә башлаған. Был йәһәтттән күршеләргә көнләшеп тә ҡуйырлыҡ – һәр ваҡиғанан һабаҡ ала беләләр. ...тағын да берҙе берәҙәк эттәр проблемаһын телгә алыуыбыҙ инде – урамдарыбыҙ туп-тулы.
Чикагоны (АҠШ) ҡомаҡтар баҫып килә, ти. Шуға ла ҡала хакимиәте хужаһыҙ хайуандар өсөн приюттарға үтенес менән мөрәжәғәт итте – урамдарға 1 мең бесәйҙе сығарығыҙ. Иң эффектлы һәм зыянҙыҙ сара шул икән. Быға тиклем дә ошо алым уңышлы һыналған. Хайуандарҙың стерилләнгән һәм вакцинацияланған булыуы талап ителә. Һәм приютҡа иректән алынған булыуҙары шарт - “теплица” шарттарында үҫкәндәр һунар итә белмәй икән.