Китаптан ниндәйҙер бер серле моң килә кеүек. Был Марат Хәләф улының бейектән-бейек, бөйөктән-бөйөк рухи байлығы, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә халҡына тауҙай ауыҙ-тел ижадын ауҙарыуы, йөҙәрләгән ғилми хеҙмәт ижад итеүе, әҙәбиәт тарихында беренсе булып “Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауға ҡыйыулығы, тиҫтә-тиҫтә йәш кадрҙар әҙерләүе, әлеге көнгә тиклем 44 йыллыҡ һынауҙар аша үткән дәреслектәр яҙыуы, программалар төҙөүе ижади батырлыҡ түгелме ни?!
Һеңлеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Рауза Хәләф ҡыҙы Мөслимова (Минһажетдинова) хәтерләүҙәрен тарата: “...Беҙ бәләкәй ваҡытта Миндәк йылғаһы бик тәрән, күп һыулы ине. Балыҡ күп булды. Һыу таҙа. Ҡармаҡ, бик һирәк мурҙа менән тота. Мин уның артынан йөрөйөм, балыҡтарҙы йыуам, өлгөр генә. Ҡайһы бер көндәрҙә берәр биҙрәләп таҙартып алып ҡайтыр инек. Буш ҡайтҡан ваҡытты хәтерләмәйем. Беҙҙе “Музгарка” исемле бөркөт ҡарауыллап йөрөй. Фуат ағайым 1926 йылғы, 1944 йыл һуғышҡа алынғас, бөркөтөн Маратҡа тапшырып китте. Әйткәндәй, Фуат ағайым да — һунарсы, балыҡсы. Һунарға йөрөгәндә бәләкәй генә ояһынан төшкән ҡошто алып ҡайтты. Шул ҡош ҙур бөркөт булып үҫте, аҙаҡ Марат ағайым балыҡҡа сығып китһә, ул уның артынан эйәрә, икеһе бер буй булып атлай. Марат ҡайһы ерҙән генә һыҙғырмаһын, осоп килә, таба, үҙе лә балыҡ тотоп ашай, күберәк беҙҙең ҡулдан алып ашарға яратты. “Музгарка” шундай аҡыллы ҡош булды, эт кеүек өйгә һаҡсы, тоғро иптәш. Беҙ бала-сағаның ҡулында берәй ашамлыҡ күрһә, арттан яйлап ҡына килеп, бер зыянһыҙ ғына алып ашай ҙа ҡуя. Марат ағайым менән бер ҙә айырылманы тиерлек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыштан һуң бер бабай дарыу өсөн тип урлап һуйып ашаған, тинеләр, беҙ ныҡ иланыҡ. “Музгарка” юғалғас, бигерәк тә ағайым бошоноп йөрөнө...
...Ағайым тураһында хәтирәләремде асыҡлармын тип өмөт итәм, бурысым тип иҫәпләйем, Алла бирһә, эшләрмен тип ышанам. Һаулыҡ ҡына бирһен Хоҙай!”
Хәтирәләр, хәтирәләр! Осо-ҡырыйы юҡ. Изге күңелле кешеләр хаҡында иҫтәлектәр яҙыла торһон, улар киләсәккә кәрәк. “Яҡты хәтер”ҙе кем уҡыған, уҡыясаҡ, һис шикһеҙ, күңеле байыр, таҙарыр, шундай шәхестәрҙең булыуына шатланыр, күңеле хис-тойғоға бирелер, рәхмәттәрен әйтеп сауабын да алыр.
“...Ағайымдың “Ҡош юлынан барам” исемле хеҙмәттәрен һәм дә уның тураһында яҙылған иҫтәлектәрҙе уҡыйым да илайым, күҙ йәштәремде һис тә тыя алмайым. Рәхмәт, мең-мең рәхмәт Рәүеф Вәли улына. Марат ағайымды онотолоп барған ерҙән бөтә республикаға күтәреп сыҡты, бына бөгөн уның хаҡында өсөнсө китабын яҙҙы. Һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ бөтә туғандар исеменән уға һәм ғаиләһенә. Ижад ҡомарың һис тә һүнмәһен, Рәүеф Вәлиевич!” — тип төбәп әйтеүендә ҙур хаҡлыҡ бар, әлбиттә, Рауза апайҙың. Күп көс, күҙ нурҙары түгелгән, яҡты уй-фекерҙәр һибелгән был китапҡа. Әйтер һүҙем дә шул ине. Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың “Ҡош юлынан барам” китабындағы хеҙмәттәре, дөйөм “Яҡты хәтер” йыйынтығы интеллектуаль камиллыҡҡа ишара, шуға ла был хеҙмәт республика кимәлендәге оло баһаға лайыҡ, тип уйлайым. Фекеремде күтәреп алырҙар, тип ышанғы килә.
Фәниә ДӘМИНДӘРОВА,
философия фәндәре докторы, профессор.