Яйыҡ
+19 °С
Дождь
Новости
19 Мая 2021, 03:20

Байрам менән. Будь готов! Всегда готов!

Бөгөн - ПИОНЕР ойошмаһының тыуған көнө

Пионерҙар көнө бөгөн. 1922 йылдың 19 майында барлыҡҡа килгән. Пионерҙар хәрәкәтенең скаутинг нигеҙендә ойошҡаны мәғлүм. 1917 йылда Рәсәйҙә скауттар 50 мең самаһы булған. Әммә яңы илгә яңы ойошма талап ителә һәм уны булдырыу комсомолға ҡушыла: формаһы менән скаут, ә йөкмәткеһе коммунистик булһын. Балалар менән тәрбиә эштәре алып барыу ысулдары ла шунан алынған икән: отрядтар, вожатыйҙар, усаҡ янында йыйылыуҙар.
Оҙаҡ йылдар был көн Пионерҙар көнө булараҡ билдәләнә. Ләкин Советтар Союзы тарҡалыу менән байрам рәсмилеген юғалта. Шулай ҙа пионерияның ғорур исеме, уға булған ҡәҙер-хөрмәт элекке быуын вәкилдәре күңелендә бөгөн дә йәшәй. Һәр кем был осорҙо ғүмеренең иң сағыу ваҡиғаһы итеп ҡабул итә. Берәүҙәр дружина байрағын йөрөтөүсе, икенселәр отряд командиры, ә кемдер тимуровсылар командаһы рәйесе булған.
Заманында ғорур яңғыратҡан девизды иҫкә төшөрәйек: Будь готов! Всегда готов!
Читайте нас