Яйыҡ
+25 °С
Облачно
Новости
19 Мая 2021, 06:55

Гүзәл заттар сәләмәтлеге өсөн

“Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” төбәк программаһына ярашлы, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына рентген маммограф аппараты алынды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” төбәк программаһына ярашлы, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына рентген маммограф аппараты алынды.
Маммография – һөт биҙенең эске структураһын ентекле һүрәтләгән рентген тикшереүе. Маммография ярҙамында яман шеште иртә стадияла асыҡларға мөмкин, был мәлдә уны дауалау ҙа еңелерәк. Түбәндәге күрһәткестәр булғанда, табиптар маммография тикшереүен билдәләй: үҙеңде-үҙең тикшергәндә ҡаты төйөрҙәр асыҡланғанда, һөт биҙе эргәһендә ауыртыныу тойолғанда, яҡын ҡыҙ туғандары араһында яман шешкә юлыҡҡандар булған осраҡта, мастопатия күҙәтелгәндә.
Тикшереү һөҙөмтәһе шунда уҡ әҙер була. Быйыл федераль бюджет средстволары иҫәбенә ошондай дүрт аппарат Дүртөйлө, Архангел, Бүздәк һәм Дәүләкән райондарының үҙәк дауаханалары өсөн алынды. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы шундай төп маҡсатты күҙ уңында тота: сифатлы һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ медицина ярҙамын күрһәтеү, шул иҫәптән республиканың төпкөл урындарында йәшәгәндәр өсөн. Быйыл ошо маҡсатҡа республика өс миллиард һумдан ашыу аҡса алды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, тәүге медицина хеҙмәтенән һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеген арттырыу бурысы ҡуйылды. “Берҙәм һанлы контур” киләһе йылдарҙа дәүләт һаулыҡ һаҡлау тармағына йүнәлеш бирәсәк һәм мәғлүмәтләштереүҙең трендтарын формалаштырасаҡ. Медицина ойошмалары араһында бәйләнеш көсәйтеләсәк, граждандарҙың электрон хеҙмәттәренән һәм сервистарынан файҙаланыуы өсөн шарттар тыуҙырасаҡ.
Динә Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/A-il-zatti--auli-in-h-st-rl-p-797438/
Читайте нас