Урындағы сик һаҡсылары ойошмаһы спонсорлығында үткән ярышҡа күп кеше килергә тейеш ине, тик бына пандемия ҡатнашыусылар һанын сикләне. Шулай ҙа, Йылайыр районы вәкилдәре менән үҙебеҙҙең көрәшселәр 70-тән ашыу булды.
Ярыш бик сәмле бара.Уҙ ауырлык категорияларын да тубәндәге чемпиондар билдәләнде. Ратмир Артыҡбаев, Айҙар Хафизов (тренерҙары Артур Гончаров ), Даян Мөхәмәтшин, Амалия Смоляная , Милена Шаһивәлеива ( Александр Воронцов), Фидан Баҡиев (Александр Шумков), Нургизә Камалетдинова, Карина Ғилметдинова, Зарина Сөләймәнова , Ислам Солтанов, Батыр Хөснөтдинов, Филдан Рәхмәтуллин, Арсен Шаһимарҙанов (Фәһем Шакиров ). Бынан тыш айырым номинациялар буйынса ла бүләкләү үтте: “Еңеүгә ихтыяр өсөн” – Амалия Усманова (10-сы мәктәп), Айнур Мөниров (Ҡотой); “ Оҫта алып бәргән өсөн” - Нургизә Камалетдинова (Ҡотой), “Иң теникаһы камил көрәшсе” - Арсен Шаһимарҙанов ( Ҡотой).