Яйыҡ
+17 °С
Облачно
Новости
24 Мая 2021, 06:17

Беҙҙекеләр ҙә ҡатнашты.

«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» хәйриә проекты

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы майҙансығында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» хәйриә проекты үткәне тураһында хәбәр иткәйнек. Өфө ике көнгә Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар баш ҡалаһына әүерелде. Проект авторы, Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, республиканың баш ҡалаһына килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы сәләмләп, Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе»нең тәүге тапҡыр ил күләмендә ойошторолоуын билдәләй.
«Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, йылылыҡ, йылмайыу бүләк итергә тейешбеҙ, ә беҙҙең ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенән ирҙәребеҙ, балаларыбыҙ һәм туғандарыбыҙ ыңғай энергия алырға тейеш. Башҡортостанда төрлө ҡыҙыҡһыныуҙарҙы берләштергән бик күп ҡатын-ҡыҙ ойошмалары бар. Ләкин тупланыу, ҡаҙаныштар хаҡында һөйләү һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ юҡ ине. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» быны эшләй алды. Беҙ үҙеңде, һәләтеңде күрһәтеү, үҙеңдең һәм ғаиләңдең тормошон үҙгәртеү өсөн ниндәйҙер яңылыҡ табырға мөмкинлек бирәбеҙ», — тип билдәләне Каринэ Хәбирова.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проекттың республиканың байтаҡ ҡалаларында һәм райондарында булыуын, уның географияһы киңәйә барыуын әйтте.
«Залда шул тиклем гүзәл һәм һылыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың ултырғанын иҫләмәйем. Былтыр ошо залда шундай составта йыйыла алырбыҙ тип күҙ алдына килтереүе ауыр ине, был – беҙҙең коронавирусты еңеүебеҙ ул. Бөгөн «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» командаһына рәхмәт белдерәм. Уның хаҡында тик ыңғай фекерҙәр, ул бик файҙалы. Беҙгә, ир-аттарға, һеҙҙең аҙ ғына йылмайыуығыҙ ҙа етә. Ә ир-егеттәрҙең бурысы – Башҡортостан биләмәһе ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенә әйләнергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.
Сарала Учалы районының "Ғаилә" хеҙмәтенән белгес Л.Ф.Нуриева һәм психолог А.Г.Габдиновалар ҙа ҡатнашты. Ҡанатланып, яңы уй-ниәттәр менән ҡайтҡандар.
Читайте нас