Яйыҡ
+25 °С
Облачно
Новости
24 Мая 2021, 09:34

Учалыларҙың браконьерлыҡ менән ауыҙҙары бешә

"Алтын балыҡ" хаҡына төшә

15 апрелдән алып 5 июнгә тиклем (ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытына) – Башҡортостанда балыҡ тотоуҙа етди сикләүҙәр индерелде. Бик ябайлаштырып ҡына әйткәндә, ярҙан бер ҡармаҡ менән генә тоторға рөхсәт ителә. Уныһында ла ҡармаҡҡа эләккән ваҡ балыҡты кире ебәреү, тәүлегенә табышты 5 килограмдан да арттырмау һәм башҡа талаптар ҡуйыла. Ау ҡуйыу, башҡаса ҡорамалдарҙы ҡулланыу, кәмә ярҙамында кәсеп итеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.Бындай сикләүҙәр йыл һайын ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында уңайлы шарттар булдырыу һәм һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар запасын тулыландырыу өсөн мөһим. Аңлашыла бит инде – иркенләп үрсергә ирек бирелә икән, күл-йылғаларыбыҙҙа балыҡ күберәк буласаҡ.
Үкенес, образлы әйткәндә, алтын йомортҡа һалырҙай тауыҡты себеш көйөнсә һуйырға ынтылыусылар табылып тора. Эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова беҙгә ошондай осраҡтар тураһында һөйләне.
7 май көнө Балбыҡ ауылында көн күргән йәш ир Уй йылғаһына резина кәмәлә төшә лә, 100 метрлыҡ ау ҡуя. Кисен 8 балыҡ табышына шатланып та өлгәрмәй, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләгә. Нимәһен тартҡылашып торорға инде, ғәйебен таный.
11 май көнө Ҡаҙаҡҡол ауылынан урта йәштәрҙәге ир Миндәк йылғаһына төшөп, һәр береһе 30 метрлыҡ ике йылым ҡуя. Кис көнө 26 балыҡ эләгеүен күрә һәм шулай уҡ шундуҡ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре менән аңлашырға тура килә.
Ике осраҡта ла РФ Енәйәт кодексының 256-се статьяһы буйынса (һыу биология ресурстарын законһыҙ кәсеп итеү) эштәр ҡуҙғатылды, тип билдәләне Динара Фәнил ҡыҙы.
Фотоларҙан ҡараныҡ – ваҡ-төйәк балыҡ ауға эләккән. Әммә был осраҡта ҙурлығы түгел, нисә баш икәнлеге генә әһәмиәткә эйә. Һыу биоресурстарына килтерелгән зыянды иҫәпләү өсөн РФ Хөкүмәте билдәләгән таксалар былай ҙа юғары. Ә ыулыдырыҡ сәсеү осоронда ике тапҡыр арттырыла. Ҡоро һүҙ булмаһын, үрҙә әйткән кешеләргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһындағы ҡарарҙан иҫәп-хисапты яҙып китәйек. Уй йылғаһындағы осраҡ: суртан (щука) – 1850, табан (карась) – 500, 3 ҡарабалыҡ (линь) -3 мең, 3 ҡораман (лещь) -3 мең һум. Миндәк йылғаһындағы осраҡ: 2 суртан – 3700, 13 алабуға (окунь) -6500, 11 сабаҡ (чебак) -5500 һум. Һәм һүҙ зыян тураһында ғына бәра бит әле, РФ енәйәт кодексы буйынса айырым яза ҡаралған - 300-500 мең һум штраф, айырым осраҡта ғәйепле күпмелер ваҡытҡа иректән мәхрүм ителеүе лә бар. Ярар ҙа, телгә алынған яҡташтарыбыҙ яңғыҙҙары эш иткән (алдан килешеп берәйһе менән төркөмгә тупланмағандар) , ҙур йә айырыуса ҙур зыян килтереп өлгөрмәйҙәр. Юғиһә, штраф 1 миллион һумға тиклем дә етер ине, 2-5 йылға төрмәгә ултыртыуҙары ла ихтимал! Белешмә өсөн: һыу биоресурстарына зыян 100 мең һумды үтһә – “ҙур”, 250 мең һумды үтһә – “айырыуса ҙур” күләмдә тип баһалана.
Был һандарҙы ҡыҙыҡ өсөн түгел, яҡташтарыбыҙҙың белмәү арҡаһында ауыҙҙары бешмәһен тип яҙабыҙ. Күренеп тора бит инде –хатта, магазиндан иң ҡиммәтле, иң деликатес төр балыҡтарҙы һатып алып, өҫтөнә ҡыҙыл йә ҡара ыуылдырыҡ яғып ашаһаң да, законһыҙ рәүештә тотҡан балыҡ хаҡынан бик күпкә осһоҙараҡҡа сығыр ине! Әйткәндәй, йылға гел бер урындан аға, йылым ҡуйыусылар иртәме-һуңмы, бары тотоласаҡтары көн кеүек асыҡ. Законһыҙ, хәүефле, тәбиғәт өсөн үтә заралы һәм тәүәкәлләүсенең үҙе өсөн дә саманан тыш зыянлы кәсеп менән булмайыҡсы, яҡташтар. Балыҡ иркенләп үрсегәс, өлгөрөрбөҙ әле, көтөргә лә күп ҡалмаған.
ФОТО - эске эштәр бүлегенән
Читайте нас