Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
25 Мая 2021, 11:15

Ҡурай байрамынан еңеү менән

Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар байрамы быйыл да үҙенә милли уйын ҡоралын үҙ итеүселәрҙе тупланы. Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XX республика Ҡурай байрамы уҙғарылды.

Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар байрамы быйыл да үҙенә милли уйын ҡоралын үҙ итеүселәрҙе тупланы. Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XX республика Ҡурай байрамы уҙғарылды.
Ойоштороусылар белдереүенсә, быйыл проектта Башҡортостандың 25 ҡала һәм районынан, Силәбе, Ырымбур һәм Төмән өлкәләренән 342 башҡарыусы (24 ансамбль һәм 81 солист) ҡатнашҡан.
Ғәҙәттәгесә, конкурста яңғыҙ башҡарыусылар ҙа, ике йәш категорияһында ансамблдәр ҙә көс һынашҡан (16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәктәр).
Шуныһы һөйөнөслө - учалылар был моң байрамынан бер йылда ла ситтә ҡалмай. Башҡорт халҡының символы булған ҡурай райондаштарыбыҙға ят түгел икәнлеген конкурста яулған еңеүҙәре лә дәлилләй. Шулай, Ҡунаҡбай ауылының Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурайсылар өлгөлө ансамбле икенсе урын алып ҡайтты (етәкселәре Шәвҡәт Йосопов). Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының “Яйыҡ” халыҡ ҡурайсылар ансамбле I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Үҙ йәш категорияһында алдынғылыҡты ошо уҡыу йортонан өсөнсө курс студенты Арсен Килмөхәмәтов яуланы. Уның уҡытыусыһы һәм ансамбль етәксеһе Тәфтизән Зәйнышев II дәрәжә лауреат булды. Афарин, яҡташтар! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын.
Читайте нас