Бар кешелек өсөн коронавирус – бәлә, шул уҡ ваҡытта ошо һылтау менән үҙ кеҫәһен ҡайғыртыусылар ҙа күптер буғай. Әйтәйек, вакцина етештереүселәр араһында көрәш ҡыҙа ғына бара. Рәсәй барыһынан да алда сығара башланы. Быны оҡшатмаусылар ныҡ күп инде. Мәҫәлән, Европа советы ҡарар сығарҙы - Европа дарыу препараттары агентлығы йә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хуплаған препараттан укол яһатҡан туристарҙы ғына үҙҙәренә индерәсәктәр. Ә Рәсәй вакциналары был исемлеккә индерелмәгән, тишереү-хуплауҙы махсус рәүештә һуҙалар ҙа, һуҙалар.
Пандемия арҡаһында донъяла яңы 9 миллиардер пәйҙә булды, тип хәбәр ителде. Медицина бизнесы айырыуса отошло кәсепкә әйләнгән мәл шул. Телгә алынған сит ил әфәнделәре 19,3 миллиард долларға байый, тип иҫәпләп тә ҡуйғандар – был сумма донъялағы ярлы илдәр халҡына бушлай вакцинация үткәрергә етер ине. Әлеге ваҡытта хәйерселәргә донъяла етештерелгән коронавирусҡа ҡаршы вакциналарҙың 0,2 проценты ғына эләккән.
Эшләп ярамаған – кешнәп яраған, әйтемен, эшләп ярамаған – һатып яраған, тип үҙгәртергә лә булалыр был осраҡта. Советтар Союзы ғына йыһанды үҙләштереү буйынса донъяла беренсе килде, “Роскосмос” оло ҡаҙаныштар менән әллә ни маҡтана алмай. Шуғалыр ҙа эшмәкәрлектәренең яңы төрҙәре барлыҡҡа килә: 2018 йыл осоролған «Союз МС-08» йыһан карабын сауҙаға ҡуйҙылар, шәхси йә дәүләт экспозициялары өсөн бик шәп экспонат буласаҡ, тип өгөтләйҙәр.
“Росатом” дәүләт корпорацияһы ҡыҙыҡ халыҡ-ара проектында ҡатнаша. Мөгөҙморондарҙың (носорогтарҙың) мөгөҙөнә радиоизотоптар индереләсәк. Браконьерҙар йәнлекте үлтереп, мөгөҙөн сик аша йәшерен сығарып маташҡанда махсус приборҙар радиацияны абайлап, енәйәтселәрҙе фашлау еңеләйәсәк. Әлеге көндә эксперименттар бара, изотоптарҙың мөгөҙморондарҙың үҙҙәре өсөн зарарһыҙ булыуы тикшерелә, ти. Юғиһә, кәсеп итеү тыйылһа ла, был йәнлектәрҙе ҡырып бөтөрөп киләләр. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Күмәртәләп һатып алыусылар браконьерҙарға 1 килограмм мөгөҙ өсөн 60-70 мең доллар түләй, ти, беҙҙең аҡсаға 4-5 миллион һум.
Бик тә аяныслы рекорд тураһында хәбәр ителде. Телефон аша мутлашыусы бәндәләр 54 йәшлек бер ҡатындың 400 миллион һум тирәһе аҡсаһын әүрәтеп алалар. Ҡәҙимгесә эш итәләр – үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип алдаталар ҙа, аҡсағыҙҙы урламаһындар өсөн фәлән-фәлән счетҡа күсерегеҙ, тип бойоралар. Ҡатын аңһыҙ бала кеүек буйһоноуы ғына етмәгән, икенсе банкта тағы 380 миллион һум ята, тип ысҡындыра. Жуликтарға етә ҡала, йәнә шылтыратып (был тапҡырында ФСБ хеҙмәткәрҙәре исеменән), уныһын дә сәлдерәләр. Тотош ай дауамында күсерттерәләр - бер юлы алынһа, ысын банктың ысын хеҙмәткәрҙәре иғтибар итмәһен тип яйлап тотонғандар. Әлбиттә, төп башына ултыртылған ҡатынды йәл. Тик бына уйлап ҡараһаң, хәләл көс менән бындай ғәйәт ҙур сумманы бер нисек тә эшләп алырлыҡ түгелдер ул, ә елдән килгән, елгә китә.
Аҙнаһына 55 сәғәттән артығыраҡ эшләү инсульт ихтималын – 35, инфаркт ихтималын – 17 процентҡа арттыра, тип иҫәпләп сығарған Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы. Тап йонсоу арҡаһында 2000-2016 йылдар арауығында йөрәк сирҙәренән үлеүселәр 42, инсультанттан харап булыусылар һаны 19 процентҡа артҡан. 72 проценты – ир-ат. Эйе, кешене эш биҙәй, әммә был тәңгәлдә лә саманы үтмәҫ кәрәктер. Был донъяға тик эш өсөн генә килмәгәнбеҙҙер бит инде!
Өфөнән Минск ҡалаһына тура авиарейстар асыла. Осоштарҙы «Белавиа» авиакомпанияһы башҡара. Аэропорттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рейсҡа 76 пассажир һыйҙырышлы Embraer-175 самолеты сыға. Осош ваҡыты – 2 сәғәт 45 минут. Бик хуп. Шуныһы ғына борсолдора: Рәсәй менән Төркиә араһында пандемия сәбәпле авиабәйләнеш ваҡытлыса туҡтатылған, сос ватандаштарыбыҙ тап Беларусь аша Төркиәгә ял итергә йөрөй, тип ишетелеп ҡала. Был форсатты ла шул маҡсатта файҙаланмаһалар ярар ине, коронавирус ҡурҡынысы көн тәртибенән төшмәгән бит әле!
Ҡиммәтле виски – шул уҡ самогон инде, тик йылдар буйына имән күнәк эсендә тотолоп, үҙенә хас еҫ һәм тәм ала. Белгестәр әйтеүенсә, тап шул күнәктәрҙең торошо эсемлектең сифатын билдәләй. Шотландияла “Grant's Whisky” хәмерен етештергән заводта Рокко ҡушаматлы арланды эшкә алалар. Эттең еҫ һиҙеүе кешенекенән 40 тапҡыр көслөрәк, был маһмай ҙа күнәктәрҙе еҫкәп, насар аңҡығандарҙы күрһәтә, ти. Ә кеше күрмәгәндә “кесе хәжәтен” шунда уҡ йомошлай ҡуйһа, һуңынан яңы сорт виски, тип ҡыуанырҙар микән? Беҙҙең фекергә, эттең әллә ни кәрәге лә юҡтыр инде, әммә реклама өсөн яҡшы бит – хатта беҙ ҙә яҙабыҙ.