Башҡорт тарихы йылында төп теләк - башҡорт теле тик тарих ҡына булып ҡалмаһын! Сер түгел инде - телебеҙ интернет селтәрендә ныҡлап урынлашып өлгөрә икән, тағын да күпмелер йәшәйәсәк; юҡ икән - үҙе тарихтын бер бите генә булып ҡалыуы мөмкин. Бик тә аяныслы күҙәтеүебеҙ - берәй мәғлүмәтте рус телендәге сайт-төркөмгә ҡуйһаҡ, уҡыусылар һаны меңәрләгән була, ә шул уҡ яңылыҡты башҡорт телендәге төркөмдәрҙә ҡараусылар һаны иҫәбе тиҫтә -йөҙ менән дә сикләнә....