Яйыҡ
+16 °С
Облачно
Новости
26 Мая 2021, 03:35

Ирәмәлгә әле барып етмәгән

Был янғын Учалы түгел, Белорет районында ғына булған

"Башинформ" аныҡлыҡ индерҙе:
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә янғын сығыуы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар.
«Раҫланған мәғлүмәт буйынса, йыл башынан тәбиғәт паркында янғындар теркәлмәгән. «Ирәмәл» тәбиғәт паркы етәкселегенән янғын хаҡында хәбәр килмәне. 23 майҙа тәбиғәт паркы эргәһендә, Белорет районы Тирлән урмансылығында, янғын булғанын хәбәр итәбеҙ. 24 майҙа 140 гектарҙағы янғын тулыһынса һүндерелгән», — тиелә министрлыҡтың рәсми матбуғат белдереүендә.
Бынан алда туризм буйынса эксперт Рина Гринберг Белорет һәм Учалы райондары сигендә сыҡҡан янғындың видеоһын социаль селтәргә һалғайны.
Әммә бары тынысланырға кәрәкмәҫтер, Тирлән урмансылығы ла Ирәмәлгә яҡын.
Читайте нас