Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
27 Мая 2021, 12:06

Хакимиәт башлығы тәғәйенләнде

Хәйерле сәғәттә булһын!

27 май 5-се саҡырылыш район депутаттары Советының 10-сы ултырышы үтте.
25 апрель үткән 9-сы ултырыш тураһында яҙғайныҡ.Тап шунда контракт ваҡыты тамамланыу сәбәпле район хакимиәте башлығының вәкләттәре туҡтатылды һәм район хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 131-се федераль закон һәм муниципаль район уставына ярашлы, хакимиәт башлығы менән контракт Совет вәкәләттәре срогы оҙонлоғона, шул уҡ ваҡытта кәмендә ике йылға төҙөлөргә тейеш. Руслан Ғиләзетдинов менән контракт 4-се саҡырылыш район Советы менән 2019 йылдың 24 апрелендә төҙөлгән була. Ғәмәлдәге состав депутаттар яңы район хакимиәте башлығын һайлағансы Руслан Ғиләзетдиновҡа район хакимиәте башлығы вазифаһын үтәү йөкмәтелгәйне.
Конкурс комиссияһы рәйесе, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин бәйән итте -әҙерлектәре, биргән документтары тикшерелгәс, һайлауға 3 кандидатура индерелгән була: район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғәлийән улы Ғиләзетдинов, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Әсхәт Хәмит улы Асаҙуллин, Ахун ауыл Советы ултырағының хакимиәт башлығы Әмир Искәндәр улы Харисов. Тик Әмир Искәндәр улы тәү һынауҙы уңышлы үтһә лә, ошо көндәрҙә кандидатураһын кире алырға ҡарар итә. Шулай итеп, әлеге район Советы ултырышында ике кандидатура ҡаралды. Депутатттар бер тауыштан Руслан Ғиләзетдинов кандитатураһына тауыш бирҙеләр.
Яңынан тәғәйенләнгән район башлығын Азат Салауат улы, район Советы рәйесе Руслан Ғайсин ҡотланылар, уңышлы эшмәкәрлек теләнеләр.
-Ышаныс белдергәнегеҙ, һәр саҡ булышлыҡ иткәнегеҙ өсөн рәхмәт! Ниндәй яуаплылыҡ икәнен яҡшы аңлайым, артабан да бер төптән тотоноп, әүҙем һәм килешкән рәүештә эш итһәк, районыбыҙ ҙур уңыштарға өлгәшәсәгенә ышанам, - тип ҡыҫҡаса ғына һүҙ тотто Руслан Ғәлийән улы. Хәйерле сәғәттә булһын, тип теләп ҡалайыҡ.
Белешмә: Р.Ғ.Ғиләзетдинов 1974 йыл Учалы ауылында тыуған. 2000 йыл Башҡорт дәүләт аграр университетын «природоохранное обустройство территорий» һөнәре буйынса тамамлай. Шулай уҡ 2005 йыл Өфө дәүләт нефть техник университетында «проектирование и эксплуатация газонефтепроводов и газонефтехранилищ».
һөнәре буйынса диплом ала. 1994-1996 йылдарҙа хәрби хеҙмәттте үткәндән һуң, “Башкирнефтепродукт” акционерҙар йәмғиәтенең Учалы филиалында производство контроле инженеры булып эш башлай. 2010-2011 йылдарҙа шул уҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет филиалында баш инженер вазифаһын биләй. 2011 йылда Учалы районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, сәнәғәт, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт, граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һорауҙары менән шөғөлләнә. 2019 йылдың апрель айында Учалы районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. Ул етәкселек иткәндә районыбыҙ ниндәй уңыштарға өлгәшкәне тураһында гәзитебеҙҙә даими яҙып килдек.
Читайте нас