Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
27 Мая 2021, 11:30

Яңы төр түләүҙәр башҡарыла

Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалы ғаиләләр тиҙҙән яңы түләүҙәр алып ҡыуанасаҡ.

Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалы ғаиләләр тиҙҙән яңы түләүҙәр алып ҡыуанасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйған да инде һәм ул үҙ көсөнә ингән, тип хәбәр ителде.
Шулай итеп, 1 июлдән һигеҙ йәштән ун ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән тулы булмаған ғаиләләргә республикала балалар йәшәү минимумының яртыһы күләмендә айлыҡ түләүҙәр ҡаралған. Был тотош ил буйынса уртаса 5,6 мең һум тигән һүҙ.
Шулай уҡ 1 июлдән 12 аҙнаға тиклем йөклөлөк буйынса медицина ойошмаһына иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға ай һайын йәшәү минимумының 50 проценты түләнәсәк.
Ә инде 1 сентябрҙән һигеҙ йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы уртаса эш хаҡынан 100 процент күләмендә түләнә башлай.
Читайте нас