Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
27 Мая 2021, 11:40

Янғындар хәүеф тыуҙыра, ҡырау ҡаҡшата

Синоптиктар алдағы көндәрҙә эҫе була, тип иҫкәртә. Шул сәбәпле, янғын хәүефе тағы ла арта төшә.

Синоптиктар алдағы көндәрҙә эҫе була, тип иҫкәртә. Шул сәбәпле, янғын хәүефе тағы ла арта төшә.
"Башинформ" агентлығы хәбәр итә:
"Республиканың күпселек райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Төндә һәм иртән төньяҡ һәм таулы райондарҙа 0, -2 градусҡаса һыуытып, һауала һәм тупраҡта еңелсә ҡырау төшөүе көтөлә.
Иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.
27 майҙа киске сәғәт 8-ҙән 28 май киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 2-7 метр, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә +5, +10°, төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡта ҡырау, көндөҙ 25-30°.
Автомобиль юлдарында иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр".
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/bash/1598518/
Читайте нас