Беренсе шиғри йыйынтығынан һуң уҡ
СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алынған шағир үҙе тере саҡта шиғыр яратыусыларға тәҡдим итеп өлгөргән тағы ла ике китабы менән үҙен
башҡорт шиғриәтенә төплө һәм ныҡлы аяҡ менән килгән әҙип итеп күрһәтте. Әллә ни ҙур күләмле булмаһалар ҙа, был шиғыр китаптары
башҡорт әҙәбиәте тарихына үҙенсәлекле һәм һиҙелерлек күренеш булып инеп ҡалды. Улар уҡыусыларҙың да, тәнҡитселәрҙең дә юғары баһаһына лайыҡ булды. Шуға ла институтты шиғри йыйынтыҡ менән тамамлаған йәш шағирҙың ысын талант сатҡыларын ваҡытында күреп ҡалған ижадсылар бер ҙә яңылышмаған, тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. Аяуһыҙ үлем Рәмзилә Хисаметдинованы беҙҙең аранан һәм ижад донъяһынан көтмәгәндә һәм иң үкенеслеһе – бик иртә алып китһә лә, уның әҫәрҙәре әле лә шиғыр һөйөүселәр күңелендә. Әҙиптең тәүге йыйынтыҡтарына инмәй ҡалған һәм улар ташҡа баҫылғас яҙылған башҡа әҫәрҙәре менән иң яҡшылары тип табылғандары бергә йыйылып, 2001 йылда
«Китап» нәшриәтендә сыҡҡан
«Һандуғас ғүмере» исемле
китапта тупланған. Был уның әҫәрҙәренең иң тулы тупланмаһы булып тора. Уларҙа авторҙың тыуған төйәгенә, сал
Уралға булған һөйөүе, үҙенә ғүмер бүләк иткән әсәһенә рәхмәте, шулай уҡ бар туғандарына һәм дуҫтарына булған матур хистәре яҡты образдар аша һынландырыла. Шиғырҙарҙағы шатлыҡ һәм моңһоулыҡ, нәфислек һәм ғорурлыҡ кеүек һәм башҡа күп яҡлы матур хистәр бермә-бер үрелеп, авторҙың һутлы теле аша уҡыусы күңеленә бик еңел үтеп инә. Рәмзилә Хисаметдинова бар ижады менән үҙен телебеҙҙе бик яҡшы белеүсе шағир-уҡытыусы итеп күрһәтте. Башҡорт википедияһынан.