Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
28 Мая 2021, 05:34

Шеш ҡасан да һытыла

Яҡташыбыҙ 5 төр енәйәттә ғәйепләнә

Был яңы осраҡ, тағын да хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрен тотҡандар тип хаталанып ҡуймағыҙ - йәмһеҙ хәл тураһында 2020 йылдың аҙағында яҙғайныҡ инде, әле - ошо тарихтың дауамы.
Ҡыҫҡаһы, БР прокуратураһы хәбәр итте (https://epp.genproc.gov.ru/web/proc_02/mass-media/news?item=62197918 ): Учалы район-ара прокуратураһы 37 йәшлек ЮХХДИ инспекторына ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫлап, ошо арала енәйәт эше Учалы судына йүнәлтелә.
Бер түгел, 5 енәйәттә ғәйепләнде, шул иҫәптән -290-сы статья (ришүәт алыу), 291.2-се статья (ваҡ ришүәтселек), 159-сы статья (мутлашыу), 285-се статья ( вазифа хоҡуҡтарын яман ниәттә файҙаланыу), 222-се статья ( законһыҙ рәүештә ҡорал, атыу яһаҡтары алыу, һаҡлау).
Тәфтиш органдары версияһы буйынса, 2020 йылдың февраль-октябрь айҙарында юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең дәүләт инспекторы 4 тапҡыр иҫерек, транспорт менән идара итергә хоҡуҡтары булмаған водителдәрҙе тота. Әммә хеҙмәт бурыстарына талап иткәнсә уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы, автомобилдәрен штраф туҡталҡаһына урынлаштырыуҙы юллламай һәм ошоноң өсөн аҡса талап итә. Закон боҙоусыларҙан һәммәһе 52 мең һум аҡса, 27,5 мең һумға яғыулыҡ ала һәм экскаватор хеҙмәтләндереүе менән файҙалана, ти. Бынан тыш, бер ҡатындан 15 мең һум алыуҙа шикләнә – йәнәһе лә уның улы ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәргә түләү өсөн. Ысынбарлыҡта был аҡсаны үҙләштерә, бер кемгә бер ниндәй зыянды ҡапламай. Енәйәт эшен тикшергәндә инспекторҙың йәшәгән урынында тентеү үткәрелә һәм һырлы көбәкле ут ҡоралына патрондар табыла.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен өлшләтә таныған, тип хәбәр ителә. Әлеге ваҡытта биләгән вазифаһынан сығарылған. Шеш тулыша башлаһа, ҡасан да булһа һытыла, тип юҡҡа әйтмәй инде халҡыбыҙ.
Айрат НУРЕТДИНОВ
Читайте нас