57 йәшлек Учалы районы кешеһенә билдәһеҙ бәндә шылтырата. Үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра, енәйәтселәр аҡсағыҙҙы урлап маташа, ҡотҡарыу өсөн фәлән-фәлән счетҡа күсерер кәрәк, тип талап итә. Ышана, күсерә, БР буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ошо рәүештә ярты миллион һум тирәһе аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Һуңынан алданғанын аңлап эске эштәр бүлегенә йүгереп килә лә ул, енәйәтсене тотоу хәҙер бик ҡатмарлы инде.... Енәйәтселәр бер үк ҡалып менән эш итә, ә кешеләр әллә гәзит уҡымай, бер үк ҡармаҡҡа эләгә лә, эләгә! Ысын банк хеҙмәткәрҙәре бер осраҡта ла телефон аша аҡса күсерттермәй, зинһар, шуны хәтерләп ҡуйығыҙ!