Ямғыр яуһын!
Хәлдән килмәй
Ап -аҡ болоттарҙы
Бер пазлға йыйып теҙергә.
Бынау елде әйтәм,
Ник шуларҙы
Тоташтырмай икән бер ергә?
Яуһын ямғыр,
Яуһын бер -ике көн,
Иң яҡшыһы:
Ҡойһон бер аҙна!
Уңған ҡояш болот арттарында
Ялдар итһен,әйҙә бер аҙға.
Ялдар итһен әйҙә,бер аҙға.
Гүзәл Сиражетдинова