Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
1 Июня 2021, 03:38

Серебрянников Александр Георгиевич

Яҡташ ҡаһармандың тыуған көнө

Серебрянников (Серебренников) Александр Георгиевич (1 июнь 1904 йыл8 июль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (27.08.1943, үлгәндән һуң).
Александр Георгиевич Серебрянников (Серебренников)[1] 1904 йылдың 1 июнендә[2]Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Йүрүҙән станцияһында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында) эшсе ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. Башланғыс белем ала. Верхнеурал ҡалаһында быйма баҫыусы була, Белорет ҡалаһында аяҡ кейемдәре артелендә эшләй. 1942 йылда Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырыла.
1942 йылдың майынан хәрәкәт итеүсе армияла. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
25-се гвардия уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы (6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, Үҙәк фронт), гвардия өлкән сержанты Серебрянников Орел-Курск йүнәлешендәге һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Яуҙа һәләк була.
Курск өлкәһенең Поныров районы Ольховатка ауылында ерләнгән[3][4].

1943 йылдың 7 июлендә Орел-Курск йүнәлешендәге һуғыштарҙа дошмандың ҙур һөжүмен кире ҡаҡҡҡанда ғәҙәттән тыш батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Взвод командиры ҡаты яралана, киҫкен хәл килеп тыуа. Серебрянников үҙ инициативаһы менән взвод менән командалыҡты ҡабул итә һәм дошмандың аяуһыҙ һөжүмен кире ҡағыу буйынса етәкселек итә. Был алышта шәхсән 50-нән ашыу автоматсыны юҡ итә, үҙенең взводы менән дошмандың 8 атакаһын кире ҡаға . Автоматсылар төркөмө 8-се уҡсылар ротаһының траншеяларына үтеп инеүгә өлгәшә, гвардия өлкән сержанты Серебрянников взводты контратакаға күтәрә, дошманды юҡ итә. Ике тапҡыр яралана, һуғыш яланынан китмәй һәм ғүмеренең һуңғы минутына тиклем взвод менән етәкселек итә. Һуңғы һөжүмде кире ҡаҡҡанда һәләк була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 27 авгусындағы указы менән Серебрянников Александр Георгиевичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Башҡорт Википедияһынан.
Читайте нас