27-28 майҙа Өфөнөң “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына “ХХI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара яҙыусылар форумы уҙҙы. Сара үҙенә яҙыусы, шағир, драматург, әҙәби тәржемәселәр, ғөмүмән, үҙен әҙәбиәт донъяһына бағышлаған, ошо өлкәлә тырышып хеҙмәт иткән ижадсыларҙы йыйҙы.
Бында төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыу майҙандары ойошторола: тәржемә эшмәкәрлеге, әҙәби тәнҡит, балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте, драматургия, нәшер итеү эше, заманса һанлы мөхиттә китаптарҙы билдәлерәк итеү.
Форумда Учалы районынан да делегация ҡатнашты.
"Ике көн дауамында Өфөлә үткән Яҙыусылар форумы күңелдәрҙә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Ҡәләмдәштәр менән аралашыу, ижад әһелдәре менән осрашыу дәрт, илһам өҫтәне. Республика башлығының сарала ҡатнашыуы форумдың мәртәбәһен күтәрҙе.
Мине лә БР Яҙыусылар союзына ҡабул иттеләр. Был минең өсөн киләсәктә тағы ла илһамланып ижад итер өсөн стимул һәм ҙур яуаплылыҡ та", - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә төркөмдәшебеҙ, Учалы яҙыусылар ойошмаһын етәкләүсе Римма Солтанова.