Яйыҡ
+11 °С
Дождь
Новости
3 Июня 2021, 05:46

Учалы почтамтында 15 вакансия!

Был бит киҫкен социаль мәсьәлә!

Учалы почтамтында бөгөнгө көндә 15 хеҙмәткәр етмәй, тип белдерҙе район хакимиәте (https://vk.com/uchalyraion)
Шул иҫәптән Сәфәр һәм Уральск бүлексәләренә начальниктар, подписка буйынса белгес, почтальондар, водитель, элемтә операторы, делопроизводитель талап ителә. Белешмәне Учалы почтамтында (Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 22) йә Белорет почтамтынан 8 34792 3-13-03 телефоны аша алырға мөмкин.
Рәсәй почта компанияһында барған туҡтауһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙар, әлеге лә баяғы "белоретлаштырыу" ҡасафатының бер аяныс һөҙөмтәһелер инде был! Ә бит киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиттәргә яҙылыу кампанияһы тамамланыуға күп ҡалмаған. Быйыл РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау йылы икәнлеген дә онотмайыҡ. Вакансияларҙың саманан тыш күбәйеүенең төп сәбәбе лә сер түгел инде - эш хаҡтары ярайһы түләнмәгәс, почтальон муҡсаһын күтәреп, берәҙәк эттәрҙән ҡасып, саҡрым-саҡрым йәйәү атларға риза булғандар кәмей бара. Нисек кенә булмаһын, был - киҫкен социаль мәсьәлә, ашығыс рәүештә хәл итеүҙе талап итә!
Читайте нас