Яйыҡ
+17 °С
Дождь
Новости
3 Июня 2021, 09:38
Учалы суды алдына баҫтырылалар
Ялған газсылар 4-5 тапҡыр ҡиммәткә хеҙмәтләндерә
Бер ир һәм ике ҡатынға РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса (мутлашыу) яуап тоторға тура киләсәк. Ысын хеҙмәтләндереүсе ойошмаларға ҡағылыштары булмаһа ла, үҙҙәренең исемдәренә танытмалар тултыралар, махсус эш кейеменә кейенәләр. Һуңынан, өйҙән өйгә йөрөп, оло кешеләрҙе газ сыҡҡанды белдерткән приборҙар ҡуйырға өгөтләйҙәр. Ташлама менән осһоҙға ҡуябыҙ, тип алдайҙар, ысынбарлыҡта иһә 1 691 һумлыҡ прибор өсөн 6 990 һум иҫәбенән алалар. Ошо рәүештә 2019 йылдың октябрь айынан 2020 йылдың мартына тиклем осорҙа 10 кешене төп башына ултыртҡандар, тип фараз ителә.
Учалы район-ара прокуратураһы ғәйепләү һығымтаһын раҫлап, енәйәт эше судҡа йүнәлтелде, тип хәбәр ителде (
https://epp.genproc.gov.ru/web/proc_02/mass-media/news?item=62417879
).
Суд алдына баҫтырыусылар ғәйептәрен танымай, ти.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"