Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
4 Июня 2021, 05:21

Ҡалған ваҡытта ла браконьерлыҡ тыйыла!

Бишенсе енәйәт эше

15 апрелдән алып 5 июнгә тиклем – Башҡортостанда балыҡ тотоуҙа етди сикләүҙәр индерелгәйне. Ыуылдырыҡ сәсеү мәлендә тынлыҡ дәүере иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан ау-йылым менән балыҡ кәсеп иткән, ошо арҡала ҡаты язаға тарттырылған 4 яҡташыбыҙ тураһында яҙғайныҡ.
Эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова беҙгә бишенсе осраҡ тураһында ла бәйән итте.
Бер ир Ҡаран һыу ятҡылығында йылым менән балыҡ тотоп үҙе хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә тотола. Алдан иҫкәрткәйнек инде, был дәүерҙә тәбиғәткә килтерелгән зыян юғары такса менән иҫәпләнә. Яҡташыбыҙҙың үҙенең дә иҫе киткәндер: 10 табан – 5 мең һум, 1 алабуға – 500, 3 сабаҡ – 1500 һумға баһалана.
РФ Енәйәт кодексының 256-се статьяһы буйынса (һыу биология ресурстарын законһыҙ кәсеп итеү) эш ҡуҙғатылды, тип белдерҙе Динара Фәнил ҡыҙы. Зыянды ҡаплауҙан тыш, суд ҡарары менән ҙур штраф та түләргә тура киләсәк.
Ыуылдырыҡ сәсеү дәүере тамланып килә, әммә башҡа ваҡытта ла тыйылған ҡоралдар һәм ысулдар менән балыҡ кәсеп иткән өсөн яуап тоторға тура киләсәк, ошо хаҡта онотмағыҙ, яҡташтар!
Читайте нас