Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
4 Июня 2021, 09:45

Ярым-йорто саралар ярҙам итмәйәсәк!

Көнбайыш субкультуралары беҙгә һис тә килешмәй. Яҡташ, университет уҡытыусыһы фекере.

Ҡазан ҡалаһындағы фажиғә мәғариф, йәшәтрҙе тәрбиәләү тәңгәлендә проблемалар шеш булып тулышыуын ап-асыҡ итеп күрһәтте. Нисек итеп ҡотолорға, яңы юлдар һайларға? Үкенес, әлегә күберәген ярым-йорто саралар ғына тәҡдим ителә. Мәктәптәрҙә һаҡты көсәйтеү, туринкет-видеокамералар һанын арттырыу, биометрия алымдарын файҙаланып, уҡыусыларҙың эмоциональ торошон билдәләү һәм башҡа, хатта, магазиндарҙа уйынсыҡ ҡорал һатыуҙы тыйыу тәҡдимдәре лә яңғыраны. Былар барыһы ла “ел тирмәндәре менән көрәш” бит, ә беҙгә бәләнең тамырын күрергә һәм йолҡоп ташларға кәрәк!
Ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларҙың тап килеүе шомландыра, фажиғәнең осраҡлы булыуына шикте көсәйтә. Ҡазандағы бәләнән бер-нисә көн алда ғына “Казань” атом һыу аҫты кәмәһе сафҡа индерелгәйне. 2011 йылдың 11 сентябрендә 175-се һанлы “Боинг” самолеты башняларға йүнәлтелеп террорр башҡарылғайны, беҙҙә әле, 11 май көнө, 175-се һанлы гимназияға һөжүм яһалды. Бындай миҫалдар (әйтәйек, Илназ Ғәләүиев 11 сентябрь тыуған, енәйәтте 11 май башҡара) күп булыуы һағайта.
Ҡәҙимге кимәлдә лә һорауҙар бихисап. 2018 йыл Керчь ҡалаһында ҡурҡыныс енәйәт ҡылған егет шәрәмәте лә, Ғәләүиев та нисектер законлы (!) юл менән анһат ҡына ҡеүәтле сит ил винтовкалары һатып ала алғандар. Бер ҡайҙа эшләмәгән егеттәргә кем һәм нисек рөхсәт биргән, кем уларҙың психик сәләмәтлеген тикшергән һәм ялған диагноз өсөн ниндәй язаға тарттырылған, ҡиммәтле ҡорал һатып алыуға кем аҡса тотторған, ниңә йәш кешеләрҙең ҡырағайға әйләнә башлауы яҡындарын, педагогтарҙы, вазифалы кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырмаған – был һорауҙарға һаман аныҡ яуап юҡ.
Гәзит мәҡәләләренән күренеүенсә, Ғәләүиевтың үҙ-үҙен тотошо быйыл ғинуар айында ҡырҡа үҙгәрә башлай, уҡыуын ташлай. Мылтыҡ, һәм ҙур партиялар менән (200 һәм 150 дана) патрон туплай башлауы бер кемде лә борсолдормай. Шулай уҡ интернеттағы сәхифәләрендә кешеләрҙе яратмауы, халыҡты “биомусор”, үҙен “Мин – илаһ”, тип атай башлауы шулай уҡ иғтибарҙан ситтә ҡала. Быларҙы ситтән егеткә психотрон йоғонто яһалыу менән аңлатып булмаймы икән? Бындай алымдар 2014 йыл Украинала киң ҡулланылды буғай!
Әммә төрлө конспирология версияларына бирелмәгәндә лә, йәштәрҙең психикаһына һөжүм башҡарылыуы бәхәсһеҙ. Үҙен һәр яҡтан яҡшы күрһәткән совет мәктәптәре юҡҡа сығарылды, мәғарифта үҙ башың менән уйлауҙан биҙҙергән “Болонья системаһы” эҙмә-эҙлекле индерелә, ғөмүмән, Көнбайыш мәҙәниәте һәм менталитеты көсләп тағыла. Ә заман Көнбайыш йәштәр мәҙәниәте башлыса аҙғынлыҡҡа, яңғыҙлыҡ һәм эгоислыҡҡа, мин-минлеккә, йәмғиәт һәм дин ҡанундарын инҡар итеүгә, баҫҡынсылыҡҡа ҡоролған. Компьютер уйындары, социаль селтәрҙәрҙәге асоциаль төркөмдәр үҙҙәре генә ни тора, кеше үлтереү туранан-тура пропагандалана тиерлек бит унда. Заман һан технологиялары күптән инде “уйын” булыуҙан туҡтаны, тап улар кешеләрҙең үҙ-үҙҙәрен тотошон формалаштыра. Рух үҙәге ныҡлы кешеләр бирешмәһә, психик йәһәттән бушағыраҡ йәштәргә етә ҡала... Яңы мәғариф системаһы булышлығында, үҙҙәренең башы менән уйлап йәшәүҙән биҙҙерелә баралар, намыҫ-выждан-иман төшөнсөләре лә күптәр өсөн ят инде хәҙер.Юҡҡамы ни, интернетта “Ҡазан кеше үлтереүсеһен” аҡлап һәм яҡлап яҙыусылар күп, саманан тыш күп була! Юҡҡамы ни, быйыл ғына Рәсәйҙә мәғариф учреждениеларында 3-4 тапҡыр террор ҡылыу ниәте иҫкәртелә.
Йәшерәһе-батыраһы юҡтыр, беҙҙең дәүләт һәм йәмғиәткә ҡаршы яңы технологиялар ярҙамында ысын “мәғлүмәт һуғышы” йәйелдерелгән. Һөжүмдең төп йүнәлешендә – нығынып өлгөрмәгән йәштәр һәм балалар. Яңы быуынға ҡаршы һәм фәҡәт яңы быуын вәкилдәре ҡатнашлығында ҡуйылған “миналар” Ҡазан фажиғәһе рәүешендә артабан да шартлаясағы ҡурҡыта. Нимә эшләргә кәрәк, тип уйлайым? Тәү сиратта ҡурҡыныс фажиғәнән һуң ошо һығымталарҙы яһарға кәрәктер:
1.Тиҙ арала бөтә мәғариф системаһын тамырҙан үҙгәртергә. Совет мәктәп системаһын заманға яраҡлаштырып ҡайтанан тергеҙеү маҡсатҡа ярашлы булырҙыр. Балаларҙы хәтерләргә генә түгел, фекерләргә, яңы белем үҙләштереүгә өйрәтеү һәм тәү сиратта тәрбиәләү зарур. Яңы система булдырыу өсөн чиновниктарға шәхси яуаплылыҡ һалырға.
  1. Ҡулланыусыларҙы түгел, Ижадсыларҙы тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп билдәләү. Юғиһә элекке РФ Мәғариф министры Фурсенко әфәнде туранан-тура әйтә ине бит, йәнәһе лә: “.... совет мәғариф системаһының кәмселеге - ижадсы кеше тәрбиәләргә ынтыуы, бөгөнгө бурыс – квалификациялы ҡулланыусылар үҫтереү”.
  2. Йәштәр менән эш комплекслы алып барылырға тейеш. Дәүләтттең йәштәр сәйәсәтен ҡайтанан ҡарарға, төп баҫымды бөтә йәһәттәрҙә лә сәләмәт быуын тәрбиәләүгә йүнәлтергә,
  3. Киң мәғлүмәт сараларында цензура булдырырға ваҡыт еткәндер. Һәр хәлдә лә йәштәрҙе аҙҙырған, тарихты боҙоп һүрәтләгән телетапшырыуҙарға, “сәнғәт әҫәрҙәренә” дәүләт бюджетынан бер тин дә бүленмәһен.
  4. Тапшырылған өлкә өсөн чиновниктарҙың шәхсән яуаплылығын тергеҙергә кәрәк.
  5. Дәүләт күҙәтеүсе, тыйыусы, яза биреүсе генә түгел, ә тәү сиратта граждандарға алға, ижади һәм илһамлы йәшәйешкә ынтылыуҙарында ярҙамсы булырға тейеш.
  6. Яңы империя элитаһы маҡсатлы рәүештә тәрбиәләнергә тейеш.
  7. Ут ҡоралын алырға рөхсәттте 25 йәште үткән кешеләргә генә бирергә, идеалда – тик әрмелә, хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт иткән кешеләргә генә.
  8. Рәсәйгә ҡаршы алып барылған “гибрид һуғышҡа” ҡаршы тороу, төптән эш итеү өсөн РФ Президенты эргәһендә, федерация субъекттарында ошо йүнәлештәге эксперт советтары булдырырға.
  9. Шамил Фәсхетдин улы Батыршин, М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының, Башҡорт дәүләт университетының өлкән уҡытыусыһы
    Читайте нас