6 июнь – Халыҡ-ара рус теле көнө, 2010 йыл Берләшкән милләтттәр ойошмаһы тарафынан билдәләнгән.
Тап был дата бөйөк рус шағиры Александр Сергеевич Пушкиндың (1799 – 1837) тыуған көнөнә бәйле. Рус телендә һөйләшеүселәр һаны донъяла алтынсы урында. Сама менән, Рәсәйҙә 137,5 миллион кеше һөйләшә, бар донъяла – 260 миллион тирәһе. Берләшкән милләтттәр ойошмаһында 6 эш телдәренең береһе ул.
Рус теле ифрат бай икәнлеген бер кем дә инҡар итмәҫ. Ә бит уның киң ниғмәтлеге беҙҙең төрки һүҙҙәрҙе иркен үҙләштереүгә лә нигеҙләнә. Богатырь – баһадирҙан, карандаш – “ҡара таш”тан, деньги – тәнкәнән, хозяин – хужанан, алый – ал төҫөнән. Бындай миҫалдар ныҡ күп – аршин, диван, изба, караул, киоск, товарищ һәм башҡа, һәм башҡа. Хатта “отец” тигән дә “ота-ата”ға бәйле тиҙәр бит ( ә атаман – ата мән, баш ир). Дөрөҫ, бәғзе филолгтар ниңәлер рус теленең көнсығыш тамырҙарынан ояла, этимологияны башлыса славян, көнбайыш халыҡтары һүҙҙәренә генә бәйләп ҡаңғыралар. Нисек кенә булмаһын, рус телендә сама менән 2 мең һүҙ төрки тамырҙарҙан тип иҫәпләнә, ысынбарлыҡта байтаҡҡа күберәк булыуы ла ихтимал.
Башҡорт теле лә ятып ҡалғандарҙан түгел. Тере икән, әҙәби ҡалыпта ғына ҡатып ҡалмай, тирә-йүндән яңы һүҙҙәр ала барырға, үҫешергә тейеш. Вата-емерә рус һүҙҙәрен ҡушып һөйләргә ғәҙәтләнеүебеҙ тураһында түгел әле. Айырым рус һүҙҙәрен шул тиклем урынлы һәм тәбиғи рәүештә үҙләштергәнбеҙ, саф башҡорт телендәге кеүек яңғырай башланылар. Бер-ике генә миҫал: “тәки” (таки), “әтеү” ( а то), “вис” (весь). Шулай итеп рус һәм башҡорт телдәре сит-ят түгел, ниндәйҙер мәғәнәлә ҡәрҙәш тә тиерлектер!
Был байрамға иң яҡшы бүләк - төп китапханабыҙ яңыртылыуҙыр. Яҙғайныҡ инде - Учалы үҙәк район китапханаһы “Мәҙәни мөхит” федераль проектында еңде, 20 миллион һум капиталь ремонт яһауға, яңы йыһаздар алыуға һәм китапхана эшмәкәрлеген замансаға әйләндереүгә йүнәлтеләсәк. Үҙәк район китапханаһынан хәбәр иттеләр:
-Ремонт эштәре яҡшы бара. Әле төҙөүселәр иҫке түбәне демонтажлау менән шөғөлләнә. Иҙәндәр ҙә ҡутарылды, беренсе ҡатта стеналарҙы штукатуркалайҙар. Бөтә эштәр тамамланғас, китапханабыҙ тулыһынса яңырып ҡаласаҡ!
Бирһен Хоҙай, төп китапханабыҙ тарихының яңы бите асыласаҡ.