Яйыҡ
+15 °С
Облачно
Новости
7 Июня 2021, 10:04

Ишкендә - гармун байрамы

Сара халыҡҡа хуш килде

Көмөш телле гармун тауышын фольклор, мәҙәни фестивалдәрҙә генә ишетергә мөмкин тип күптәр яңылышалыр, сөнки бөгөнгө көндә лә йәшәй әле гармун!

Милли уйын ҡоралыбыҙҙа өҙҙөрөп уйнаусы кешеләр күп әле арабыҙҙа. Быға беҙ Ишкен мәҙәниәт йортонда ойошторолған,,Гармун байрамында" , оҫта гармунсыларҙың иҫ киткес сығыштарынан һуң тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.
Был байрам сәләмәтлек, әүҙем оҙон ғүмерлелек һәм башҡорт тарихы йылына арналды.
Был гармунсылар байрамы һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр әле. Сара Ынйы Шарипова һәм Илүзә Гимадова башҡарыуында ,,Уйна дуҫым гармуныңды"йыры менән башланып китте. Тамашасылар Бапанин Рәүф,Хилажев Заһит,Хафизов Абдулла,Лукманов Фасих, ШариповРиф,Ишкильдин Венер, Гарипов Закир,Ханов Әдиптең таланттарына һоҡланып байрамда өҙҙөрөп гармун уйнағандарын ҡарап, ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, һөйөнөп ултырҙылар. Был кисә “моңға бай гармун байрамы” ғына түгел, ә быуындар бәйләнешен үҫтереүсе, халыҡ традицияларын һаҡлап ҡалыусы, йәштәрҙе өлкән быуын өлгөһөндә тәрбиәләүсе, милли уйын ҡоралдарының бөйөклөгөн аңлатыусы сара булараҡ та урын алды.
Наилә һәм Венер Ишкильдиндарҙың,Ынйы һәм Риф Шариповтарҙың бергәләп йырлауы байрамға йәм өҫтәне.
Абдулла Хафизовтың,Закир Гариповтың,Әдип Хановтың, Фасих Лукмановтың халыҡсан гармун көйҙәренә ҡушылып йырлауҙары берсә моңландырҙы, берсә төрлө уйҙарға һалды. Бапанин Рәүфтең,Хилажев Заһиттың дәртле бейеү көйҙәре тамашасы алҡыштарына күмелде,Зарипова Ильнара ,Габдрахманов Алик ултырып түҙмәй бейеп тә алдылар.
Ғәлимйән Хилажев исеменән барыһына ла сәләмләү һүҙҙәре еткерелде һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды.
Ошо матур сараны ойоштороуға мәтди ярҙам күрһәткән Ғәлимйән Хилажевҡа ҙур рәхмәт ,һаулыҡ эшендә уңыштар теләйем.
“Сағыу, матур сығыштарығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт! Һеҙгә һәр ваҡыт уңыштар юлдаш булһын!” – тигән теләктә ҡалам.
Дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен,гармун моңо бер ҡасанда һүнмәһен !

Илүзә Ғимаҙова (Нотфуллина)

Фотографиялар тулы күләмдә - "Яйыҡ" гәзитенең ВКонтакте төркөмөндә ( https://vk.com/public165174096 ), Ишкен мәҙәниәт йорто сәхифәһенән алынды
Читайте нас