Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
11 Июня 2021, 04:07

Учалынан йәш әсә аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш

Әсәлек капиталы суд алдына баҫтырҙы

Учалынан йәш әсә аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш, тип белдерҙе БР прокуратураһы (https://epp.genproc.gov.ru/web/proc_02/mass-media/news?item=62631730).
Учалы район-ара прокуратураһы тикшереүе асыҡлауынса, 2 бала тәрбиәләгән 26 йәшлек ҡатын 2016 йыл өй менән ер һатып ала, бының өсөн 450 мең һум әсәлек капиталы юллаған. Бер нисә айҙан күсемһеҙ милекте һата, аҡсаны үҙ белдеге менән тота.
Прокуратура судҡа мөрәжәғәт итеп, аҡсаны кире ҡайтарыу тураһында ҡарар сығарыла. Законда нисек күрһәтелгән, ошо тәртиптә генә тоторға ярай шул.
Читайте нас