Яйыҡ
+17 °С
Дождь
Новости
11 Июня 2021, 04:16

Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул!

Учалыларға ла ҡағыла

Учалы районында 160 сит ил граждандары көн күрә, шул иҫәптән: Ҡаҙағстандан – 44, Үзбәкстандан – 33, Ҡырғыҙстандан -30, Әзербайжандан – 12, Украинанан – 6, Әрмәнстандан – 4, Беларустан – 2, Төркиә, Молдова, Вьетнамдан –берәр кеше.
Пандемия сәбәпле, РФ президенты указы нигеҙендә әлегә тиклем мигранттарға билдәле йомшаҡлылыҡ күрһәтелә ине. 15 июндән был льготалар ғәмлдән сығарыла. Нимә үҙгәрәсәк? Беҙгә Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең миграция бүлексәһе начальнигы Радик Юнысов түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
-Миграция карталары, виза, теркәлеүҙәр, ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт һәм ҡасаҡ танытмалары артабан автоматик рәүештә оҙайтылмаясаҡ. Шуға ла тейешле документтары булмаған, документттары ғәмәлдән сыҡҡан сит ил граждандары 15 июнгә тиклем кире ҡайтырға тейештәр. Закон боҙоусылар һөрөп сығарыласаҡтар. Был хаҡта сит ил граждандарын фатирға төшөргән йә эшкә яллаған яҡташтарыбыҙ белеп ҡуйһын.
Әгәр ҙә мигрант килгән ил менән сиктәр һаман да ябыҡ йә сит ил гражданы артабан да бында ҡалырға ниәтләнә икән, мәсьәләне миграция хеҙмәте аша хәл итергә бурыслы. Рәсәйҙә миграция иҫәбе буйынса артабан да ҡалыу өсөн иғтибарға алынған сәбәптәр – РФ юғары уҡыу йортонда белем алыу, рәсми рәүештә эшкә урынлашыу, ваҡытлыса йәшәүгә теркәлеү (РВП – регистрация временного проживания), илдә йәшәүгә ниәт документына эйәлек (ВНЖ – вид на жительство), ҡасаҡ статусы. Әммә ҡабатлап әйтәбеҙ – был документттарҙы яңыртыу зарур.

-Ниндәй генә һорау килеп тыумаһын, әйтәйек, рөхсәт документттарын оҙайтыу ниңәлер килеп сыҡмай, шул уҡ ваҡытта сит ил граждандары кире ҡайта ла алмайҙар икән, рәхим итеп беҙҙең хеҙмәткә килеп хәлде аңлатһындар. Проблеманы нисек тә хәл итәсәкбеҙ, - ти Радик Хәҙис улы, - Адресыбыҙ: Учалы ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 14. Эш ваҡыты 9.00 - 18.00 сәғәттәрҙә, шаршамбы килеүселәр ҡабул ителмәй ( документтар менән эш итеү көнө), ә йәкшәмбе – ял көнө.
Читайте нас