"ЗӘХМӘТ"
Ышаныуҙар буйынса, ен-шайтандар килтергән ауырыу эйәһенең исеме. Зәхмәт ҡағылған, зәхмәт тейеү, ерҙең зәхмәте, үләт зәхмәте, бирән зәхмәте, зәхмәт һуҡҡыр, зәхмәтле бала, зәхмәтле урын тигән һүҙбәйләнештәрҙә ҡулланыла.Килеп сығышы яғынан был һүҙ - ғәрәп һүҙе һәм «ауырыу эйәһе», «яман эйә» мәғәнәһендә ҡулланыла. Зәхмәт эйәһе ғәҙәттә кешегә күренмәй. Бик һирәк себен сүрәтендә осрай. Зәхмәт ғәҙәттә, зәхмәтле ергә йығылыуҙан, зәхмәтле кешенең еле ҡағылыуҙан, сабып килгән аттың еленән, мәйет һыуы түккән, мал һуйған ерҙән, ҡыҙыл эңерҙә килеп ингән кешенән тейә. Ышаныуҙарҙа Ел зәхмәте, һыу зәхмәте, Ер зәхмәте осрай. Башҡорт ышаныуҙарында зәхмәт менән бәйле зәхмәт һыпырыуы тигән төшөнсә бар. Зәхмәт һыпырыуы тураһында Стәрлебаш районында ошондай материал яҙып алынды:«Төшөмдә таныш бер әбей ошайтып-ошайтып һыпырҙы билемдән. Ике, өс көн дә йөрөмәнем хушһыҙ булып ҡойолдом. Беренсе баламды тапҡайным, икенсеһе шулай ҡойолдо. Шул бала төшөүҙе зәхмәт һыпырған тиҙәр беҙҙә».(М.Яҡупова. Ибраҡай ауылы).Башҡорт магик медицинаһында зәхмәт тейгән ауырыуҙы йүнәлтеү өсөн төрлө саралар бар. Мәҫәлән, Ҡариҙел районында зәхмәтте имләгәндә ҡояш байығас ишек алдында берәй таҙа, кеше бик йөрөмәгән ергә ҡаҙаҡ ҡағалар һәм күлдәк иҙеүе аша шуға тоҙ һибеп, түбәндәге әфсен һамағын әйтәләр:Ер атасы, ер инәсе,Тотҡан булсаң, ебәр,Син шундай матур,Син шундай сибәр,Мин сиңә ашын бирермен,Мин сиңә балын бирермен,Син миңә саулыҡ бир,Син миңә йомшаҡлыҡ бир!(Ғ.Муллаярова. Муллаҡай ауылы, Н.Ғәлиева. Иҫке Бағаҙы ауылы).Шишмә районы Суҡраҡлы ауылында зәхмәт сиренән кешенең буйына үлсәп еп алалар, шуны энәгә урап, ергә күмеп имләйҙәр.Башҡорт халыҡ ижадында ла ер зәхмәтен имләү сараһы сағылыш тапҡан: «Ҡояш байығас, ер зәхмәте ята. Шул ваҡыт йығылһаң, ер зәхмәте ҡағыла. Уның сирен бер дауа менән дә алдырып булмай. Бала сирләмәһен өсөн шул урынға баланы «бес» иттерәләр, көл һалалар. Ошо ваҡыт әйтемләп торалар:- Ер анаһы ерән һаҡал, һыу анаһы көрән һаҡал,Мине тотма, шуны тот!Мине тотма, шуны тот!Шунан шым ғына алға китәһең, боролорға ярамай. Бер аҙ ул һинең артыңдан ҡыштырҙап-ҡыштырҙап килә. Өйгә ҡайтып еткәнсе, һөйләшмәҫкә, хатта тамаҡ та ҡырмаҫҡа кәрәк. Ергә көл һалғанда, «бисмилла» тип әйтергә ярамай. Юғиһә, сир үҙеңә кире йоға.(БХИ Йола фольклоры. I т.).Үрҙә күрһәтелгән ысулдарҙан тыш зәхмәттән доғалар уҡып, өшкөрөп, ишек тотҡаһын сайҡап эсереп, өтәҫләп йүнәлтәләр.Зәхмәт ғәрәп сығанаҡлы һүҙ.