Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә генерал-майор
Ф. Ю. Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы
Юлай Аҙналин, арҡаҙашы
Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең зинданында ябып тотола. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һәм Ырымбур губернаторы
И. А. Рейнсдорптың тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда,
Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды
Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайына һәм яңаҡтарына «З» («злодей» — «енәйәтсе»), «Б» («бунтовщик» — «боласы»), «И» («изменник» — «хыянатсы») тамғалары баҫыла
[11].