БР буйынса эске эштәр министрлығы яҡташыбыҙҙың һәләк тә сәйер ҡылмышы тураһында белдерҙе. Ҡыҫҡаһы, бер 22 йәшлек егет Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһы дауаханаһына килә лә, йомошон йомошлағансы ВАЗ-2115 автомобилен бикләмәйсә, хатта, ҡабыҙыу асҡысын алмайынса ҡалдырып тора. Кире килһә - машинанан елдәр иҫкән. Автомобиль Благовещен районында тотола. Баҡһаң, 49 йәшлек Учалы районы кешеһе ошо учреждениела дауаланған икән, нишләптер кеше машинаһын ҡыуып төбәгебеҙгә ҡайтмаҡсы була. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.