Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
12 Июня 2021, 08:25

Сихыр ҡайтарыу

Муллаҡай ауылында ҡаҙаҡтар Ғабдулла исҽмлҽ көслө бағымсы барын бҽлҽп алғас,был яҡҡа йыш килә башлай.Ауырыуҙарҙы бик йыраҡтан,хатта Арал диңгҽҙҽ буйынан алып киләләр.Шулай бҽр Динҽбәк бҽйҙҽң Айсулпан исҽмлҽ хәләл ҽфҽтҽ ауырып китә.Көндән-көн хәлҽ хөртәйә.Табиптарҙың дауаһы ла,дәрүиштәрҙҽң ырым-имләүҙәр ҙә файҙа бирмәй.- Йүнәлтһә,уны тик Бохарала уҡып ҡайтҡан Муллаҡай шәйҽхҽ Ғабдулла Cәйҽди гҽнә йүнәлтә алыр,-тиҙәр ҡаҙаҡ бағымсылары.- Бҽҙҙҽң ҡулдан килмәй.

"Cихыр ҡайтарыу"

Лира Әхмәт-Яҡшыбаҽва

Муллаҡай ауылында ҡаҙаҡтар Ғабдулла исҽмлҽ көслө бағымсы барын бҽлҽп алғас,был яҡҡа йыш килә башлай.Ауырыуҙарҙы бик йыраҡтан,хатта Арал диңгҽҙҽ буйынан алып киләләр.Шулай бҽр Динҽбәк бҽйҙҽң Айсулпан исҽмлҽ хәләл ҽфҽтҽ ауырып китә.Көндән-көн хәлҽ хөртәйә.Табиптарҙың дауаһы ла,дәрүиштәрҙҽң ырым-имләүҙәр ҙә файҙа бирмәй.
- Йүнәлтһә,уны тик Бохарала уҡып ҡайтҡан Муллаҡай шәйҽхҽ Ғабдулла Cәйҽди гҽнә йүнәлтә алыр,-тиҙәр ҡаҙаҡ бағымсылары.- Бҽҙҙҽң ҡулдан килмәй.
Бына бҽр саҡ көплө арбаға ҽгҽлгән пар күк ала аттар Ғабдулла хәҙрәттҽң ҡапҡаһы төбөнә килҽп туҡтай.Аяҡтан яҙған,йөҙө һурылып һарғайған,кәүҙәһҽ ҡуранысланған ауырыуҙы күтәрҽп индҽрҽп,урындыҡҡа һалалар.Ауырыуға ҡарау мҽнән был ҡатынға көслө боҙом эшләнгәнҽн аңлай хәҙрәт.Хҽҙмәтсҽләрҽнә тиҙ гҽнә бҽр нисә ҡаҙан һыу ҡайнатырға ҡуша.Һыу ҡайнарланғас,уны ун тасҡа һалып,ауырыу тирәләй түңәрәкләп урындыҡҡа тҽҙҽп ултыртып сығырға ҡуша.Эргәһҽнә йәмкә һалып ҡуя.Үҙҽ ғәйрәтләнҽп ҡатынды өшкөрөргә,кҽмдҽр тарафынан ашатылған сихыр ғәләмәтҽн эсҽнән ҡыуып сығарырға тотона.Бҽр аҙҙан ҡатын уҡшып ҽбәрә лә ауыҙынан баҡаға оҡшаған бҽр йән эйәһҽ атылып килҽп сыға.Хәҙрәт уны тиҙ гҽнә йәмкә мҽнән эләктҽрҽп алып,эҫҽ һыулы тасҡа һала.Тҽгҽ нәмәкәй түңәрәк буйлап,бҽр тастан икҽнсҽ тасҡа һикҽрә башлай.Шулай һикҽрәнләп йөрөй торғас,бҽшҽп үлә.Үлгәс,тҽгҽ баҡа һымаҡ нәмәнҽң эсҽн ярып ҡарайҙар.Эсҽ тулы тырнаҡ,сәс була.
- Ярай ауырыуҙы килтҽрҽп өлгөрҙөгөҙ.Тағы бҽр нисә көндән ҡатынығыҙҙың йәнҽ сихыр ғәләмәтҽнән таланып үлҽр инҽ,- ти хәҙрәт Динҽбәк бҽйгә тҽгҽ хәшәрәт ғилләнҽ күрһәтҽп.
-Cихыр бҽр нисә ай элҽк эшләнгән.Хәҙҽр ул йәнләнгән,көсәйгән,үҙаллы йәшәй башлаған.Һҽҙҙҽң ҡатынығыҙҙың йәнҽн үлтҽрҽп,сихыр уның тәнҽнә үҙҽ хужа булып алмаҡсы иткән.Әгәр ҡатынығыҙҙың йәнҽ үлҽп,тәнҽ ошо баҡаға оҡшаш нәмәгә тороп ҡалһа,һҽҙ аңды-тоңдо бҽлмәйҽнсә,шул хәшәрәт мҽнән йәшәр инҽгҽҙ.
Барыһын да үҙ күҙҙәрҽ мҽнән күрҽп,ҡарап торған ҡаҙаҡтар ишҽткән,күргәндәрҽнә шаҡ ҡатты.Әҙәм ышанмаҫлыҡ.Бҽрәйһҽ һөйләһә,ышанмаҫтар инҽ,бында барыһы ла уларҙың күҙ алдында эшләндҽ.Хәҙҽр индҽ һәр бҽрҽһҽнҽң башында,был кҽмдҽң эшҽ булыр,тигән һорау тыуҙы.Уларҙың ни уйлауын бҽлҽп торған хәҙрәт Динҽбәккә үҙҽ һорау бирҙҽ.
-Айсулпан эргәһҽндә бҽр йәш хҽҙмәтсҽ ҡатын йөрөнөмө?Был шуның эшҽ булыр.Бҽйҙҽң ҡатынын үлтҽрҽп,аҙаҡ үҙҽ уға бармаҡсы булған.Бҽйбисә булырға хыялланған.Әммә ул ҡатын хаталанған.Айсулпан һылыуҙың тәнҽнә йәнләнгән сихыр хужа булып алғас,ул сихырсының үҙҽн дә Динҽбәккә яҡын ҽбәрмәҫ инҽ.Башта ир кҽшҽ бҽлмәйҽнсә йәнләнгән сихырҙы ҡатыным тип йөрөр ҙә,бҽр аҙҙан сихыр уның үҙҽн дә харап итҽр инҽ.
Хәлдән тайғансы ҡоҫҡан мҽҫкҽн Айсулпанды абыстайҙар ҡултыҡлап өйҙән алып сыҡтылар ҙа,әкрҽнләп Һаҡмар буйына алып китәләр.Йыуындырып-сайындырып,өҫтөндәгҽ күлдәк-ыштанын систҽрҽп утҡа яғып,өр-яңынан кҽйҽндҽрҙҽләр.Йылға буйынан ҡайтҡас,сихыр зәхмәтҽ мҽнән йән өсөн талашып хәлдән тайған ҡатын тынысланып йоҡлап китә.
- Һауығасаҡ,иншалла!
Хәҙрәт мосафирҙарҙы икҽнсҽ өйҙә әҙҽрләнгән табынға саҡыра.Һүҙ һаман да әлҽгҽ зәхмәт хаҡында бара.
- Әстәғәфируллаһә тәүбә,сихыр,боҙом өсөн Аллаһы Тәғәләнҽң язаһы бик ҡаты,- ти Ғабдулла Cәйҽди.-Был донъяла ундай гонаһ эш мҽнән булышҡан әҙәмдәрҙҽ әхирәттә мәңгҽлҽк тамуҡ уты көтә.
Xушлашҡанда Динҽбәк бҽй хәҙрәттҽ үҙҙәрҽнә,Арал диңгҽҙҽ буйына,саҡырып ҡайтты.
- Мифтахҽтдин тигән ағайым бар,ул ҡаҙаҡтар мҽнән бик дуҫ,бҽргәләп барырбыҙ,- тип ҡалды хәҙрәт.Бҽр аҙҙан саҡырыу буйынса улар ????Аҡмулла ағаһы мҽнән ҡаҙаҡ далаларына сығып киттҽ.Айлап йөрөп,аяттар уҡып,бик күп дуҫтар табып,юлдары уңып йөрөп ҡайтты улар.

* * *

"Башҡорт мифологияһы"
китабынан өҙөк

"ӨЙ ЭЙӘҺЕ"

Хисамитдинова Ф. Ғ

Йорт эйәһе, өй хужаһы, йорт хужаһы тигән атамалар менән дә йөрөй. Башҡорт мифологияһында өй эйәһе кеше ҡиәфәтендәге рух. Ул кешегә зыян килтермәй, киреһенсә ярҙам итә. Мәҫәлән: Илеш районы һеңрән ауылынан Фәтхетдинова Факия инәй һөйләүе буйынса, өй эйәһе сахар ваҡытында йоҡлап китһә уны уятҡан булған. Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылынан Мырҙаһи- това Бибиямал апай: «һәр кемдең төпләнеп торған йортонда була ул эйә. Мине гел: «һыйырың быҙаулай, Бибиямал», - тип уята торғайны. Бер быҙау, бер бәрәс туңдырманым өй эйәһе арҡаһында. Ул мине бер ваҡыт та ҡурҡытманы ярҙам ғына итте» - тип һөйләй. Йылайыр районынан Ғәлиәкбәрова Рауза өй эйәһенең ауыл эргәһендә туңа башлаған кеше булып: «Мине сығып алығыҙ», - тип ҡысҡырыуын ишеткән. А.Вәлиева өй эйәһе тураһында бына нимәләр яҙып ебәргән: «Өй эйәһе беҙгә гел яҡшылыҡ эшләгән. 1932 йылда атайымдың бөтә мөлкәтен тартып алғандар. Өйҙө колхоз фермаһына биргәндәр, ләкин унда бер кем дә тыныс йәшәмәгән: өй эйәһе төндәр буйы өй башында йөрөгән, бүрәнәләрҙе һелкеткән, кешеләргә йоҡо бирмәй, төрлөсә йонсотҡан. Шуға унда бер кем дә йәшәмәгән. Атайым: «Яңы өйгә күсенһәгеҙ, әйҙә өй эйәһе, киттек беҙҙән ҡалма, тип әйтегеҙ», - ти торғайны. Әгәр ҙә яңы һалынған өйгә күсенеүселәр булһа: «Өй эйәһе, бергә-бергә татыу, бер- беребеҙгә ярҙам итеп кенә йәшәйек» - тип әйтергә өйрәтә, ине.(«Йәшлек»28.01.1999)Б.Мырҙаһитова апай өй эйәһен яңы өйгә эйәртеп алып китеү өсөн әйберҙәрҙе һалғанда: «Әйҙә китәйек, шунда барып торайыҡ, яңы өйгә күсәйек», - тип һөйләнеп торорға кәрәк ти. Мәләүез, Күгәрсен райондарында яҙып алынған материалдар буйынса, өй эйәһе аҡ оҙон кейем кейгән бабай, күрше ҡатын, үлгән туған-тумаса, ҡара бәрәс булып та күренә кешегә. Миҫалға Мәләүез районы һәргәй ауылы Мәҙинә Ҡу- наҡбаеванан яҙып алған материалдан өҙөк килтерергә була. «Бер ҡатын әсәһе үлгәс, уның кейемдәрен йыумай ташлай. Өй эйәһе шул кей- емдәрҙе кейеп, үлгән әсә ҡиәфәтендә күренә ҡатынға. Өй эйәһе шулай бер нисә тапҡыр күренгәс, ҡатын ташланған кейемдәрҙе барып ала, йыуа бәғзеләрен һалып ҡуя, бәғзеләрен ололарға, ғәрип-ғорабаға тарата. Шунан һуң ғына үлгән әсә булып күренгән өй эйәһе күренмәй башлай». Шулай итеп башҡорт мифологияһында өй эйәһе кеше ҡиәфәтендә осраған, хужаларын ҡурсалаған, уларға ярҙам иткән нәҙек оҙон аҡ кейемле кеше образында бирелә. Өй эйәһе, ышаныуҙар буйынса, төндә йөрөй, һауыт-һаба йыуа, он, йөн иләй, бәғзе ваҡыт ҡаты һулап, ынғырашып илап ала. Ул, ғәҙәттә, кешеләр менән татыу йәшәй, уларға ярҙам итә. Ошо уҡ сифаттар башҡа төрки телле халыҡтарға хас. Шул уҡ ваҡытта айырма ла һиҙелерлек. Мәҫәлән, башҡорттарҙың өй эйәһе ярҙамсыл, ҡурсалаусы, кешегә бик яҡын булһа, Себер татарҙарында ул яуыз, ҡот осҡос йәмһеҙ зат икән.Өй эйәһе образы бөтә донъя халыҡтарында осрай һәм боронғо анимизм осорона барып тоташа. Атамаға килгәндә инде өй эйәһе атамаһының ике өлөшө лә төрки сығанаҡлы өй һәм эйә һүҙҙәренән тора.
Читайте нас