Тере Салауатыбыҙ!
Бөтөп бара имеш, тиҙәр,
Һеҙҙең башҡорт затығыҙ.
Бары таш һын ғына тиҙәр,
Һеҙҙең Салауатығыҙ.
Алдай улар! Ышанмағыҙ, -
Тере Салауатыбыҙ!
Имән ағасындай ныҡлы
Беҙҙең башҡорт затыбыҙ!
Теләһәгеҙ йөрәгемә
Мылтыҡ терәп атығыҙ.
Үҙ һүҙемде кире алмам, -
Тере Салауатыбыҙ!
Иманлылар төйәге ул
Башҡортостан - йортобоҙ.
Йөрәк түрҙәрендә йәшәй, -
Йәшәр Салауатыбыҙ!
Теләһәгеҙ, йөрәгемә
Мылтыҡ терәп атығыҙ.
...Үлгәндә лә ҡабатлармын:
Тере Салауатыбыҙ!!!